Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Левиҙәр 17:5 - Башкирский ВЗ (неполный)

5 Исраилдар әле ҡырҙа сала торған ҡорбандарын, Раббы хозурына Осрашыу сатыры ауыҙына, ҡаһинға килтерһен һәм Раббыға татыулыҡ ҡорбаны итеп тәҡдим итһен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

5 Исраилдар әле ҡырҙа сала торған ҡорбандарын, Раббы хозурына Осрашыу сатыры ауыҙына, ҡаһинға килтерһен һәм Раббыға татыулыҡ ҡорбаны итеп тәҡдим итһен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Левиҙәр 17:5
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Яла яғыусыларың кеше ҡанын түгә. Тауҙарҙағы боттарға ҡорбан ителгән итте ашаусылар, әшәкелек эшләгәндәр,


Мин, бирәм тип ант иткән илгә уларҙы алып килгәндән һуң, улар һәр бейек ҡалҡыулыҡ, суҡ япраҡлы ағас күреү менән, шунда ҡорбан сала, Мине асыуландырырлыҡ саҙаҡаларын килтерә, хуш еҫ төтәтә, шарап ҡорбандары түгә башланы.


Һеҙ яулап алған ҡәүемдәрҙең бейек тауҙарҙа һәм ҡалҡыулыҡтарҙа, мул япраҡлы ағас аҫтында үҙ илаһтарына табына торған бөтә урындарын юҡ итегеҙ.


Унан Муса, Исраил халҡы араһынан йәш егеттәрҙе ҡорбанлыҡ малы алып килергә ебәрҙе. Улар Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны тәҡдим иттеләр һәм татыулыҡ ҡорбаны булараҡ үгеҙҙәр салдылар.


Шунан Яҡуп тауҙа ҡорбан килтереп, туғандарын мәжлескә саҡырҙы. Ашап-эскәндән һуң, улар шул тауҙа йоҡларға ҡалды.


Ибраһим башын күтәреп ҡарағайны, ҡуйы ҡыуаҡлыҡҡа мөгөҙө менән эләгеп торған һарыҡ тәкәһен күреп ҡалды. Ибраһим тәкәне барып алды ла улы урынына ҡорбан итеп салды.


– Ибраһим, – тип өндәште уға Алла. – Эйе, мин, – тип яуап ҡайтарҙы Ибраһим. Алла былай тине: – Исхаҡты, яратҡан берҙән-бер улыңды, ал да Морияһ еренә бар. Шунда Мин күрһәткән бер тауҙа улыңды тотош яндырыу ҡорбаны итеп килтер.


Ибраһим Беер-Шәвәғтә тамариск ағасы ултыртты һәм шунда Раббыға, мәңгелек Алла исеменә доға бағышланы.


һәм уны Раббының торлағына, Осрашыу сатыры ауыҙына, Раббыға ҡорбан итеп килтермәһә, был кеше ҡан ҡойоуҙа ғәйепле тип иҫәпләнә. Ул ҡан ҡойҙо һәм халҡы араһынан ҡыуылыр.


Ҡаһин ҡорбандың ҡанын Осрашыу сатыры алдындағы ҡорбан усағына һирпер, ә майын Раббыға күркәм хуш еҫ өсөн яндырыр.


Ете көн үткәндән һуң, һигеҙенсе һәм артабанғы көндәрҙә, ҡаһиндар ҡорбан усағында тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандарығыҙҙы тәҡдим итер. Шул саҡ Мин һеҙҙән ҡәнәғәт буласаҡмын», – тип белдерә Раббы Хаким.


Исраил Мине ташлап юлдан яҙған заманда Минең Изге торлағымда тоғро хеҙмәт иткән Садоҡ нәҫеленән булған леви ҡаһиндары хеҙмәт итер өсөн Минең хозурыма килһендәр. Ҡорбан малының эс майын һәм ҡанын Миңә һоноу өсөн ҡаршымда улар баҫып торор, – тип белдерә Раббы Хаким. –


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ