Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Левиҙәр 16:4 - Башкирский ВЗ (неполный)

4 Изге етен күлдәк, етен ыштан кейһен, биленә етен билғау быуһын, етен сәллә ураһын: был – изге кейемдәр. Уларҙы кейгәнгә тиклем йыуынһын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

4 Изге етен күлдәк, етен ыштан кейһен, биленә етен билбау быуһын, етен сәллә ураһын. Был – изге кейемдәр, шуның өсөн, уларҙы кейгәнгә тиклем, йыуынһын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Левиҙәр 16:4
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ағайың Һарунға, мөһабәт һәм күркәм ҡиәфәт бирә торған изге кейемдәр әҙерлә.


Һарунды улдары менән Осрашыу сатыры ауыҙына килтер ҙә уларҙы һыу менән йыуындыр.


Осрашыу сатырына ингән һайын улар йыуынырға тейеш, шул сағында үлмәҫтәр. Раббыға хеҙмәт итеп ут ҡорбаны килтереү өсөн ҡорбан усағына яҡынлашыр алдынан да


Һарун менән улдарын Осрашыу сатыры алдына килтер ҙә һыу менән ҡойондор.


Ул Раббы алдында бер үҫенте кеүек, Ҡоро тупраҡтағы шытым һымаҡ күтәрелде. Уның ҡиәфәтендә беҙ һоҡланырҙай Күркәмлек тә, бөйөклөк тә, Беҙҙе үҙенә йәлеп итә алырҙай Һис бер нәмә юҡ ине.


Ә тышҡы ихатаға халыҡ янына сығыр алдынан, хеҙмәт иткәндәге кейемдәрен сисеп изге бүлмәләрҙә ҡалдырһындар һәм башҡа кейем кейһендәр, сөнки изге кейемдәре менән халыҡҡа ҡағылырға тейеш түгелдәр.


Бына, төньяҡҡа ҡараған Юғары ҡапҡа яғынан алты кеше килде. Һәр береһе ҡулына үлемесле ҡорал тотҡайны. Араларында етен кейем кейгән, биленә яҙыу әсбаптары таҡҡан берәү бар ине. Улар эскә инде лә баҡыр ҡорбан усағы янына килеп баҫты.


Һарун Осрашыу сатырына кереп, Иң Мөҡәддәс урынға ингәндә кейгән етен кейемдәрен сисһен,


изге урында йыуынып, үҙ кейемдәрен кейһен. Унан һуң сығып, үҙе һәм халҡы өсөн паклау йолаһын башҡарып үҙенең һәм халыҡтың тотош яндырыу ҡорбандарын ғәмәл ҡылһын.


Пакландырыу йолаһын мәсихләнгән һәм атаһының урынына бағышланған ҡаһин башҡарыр. Ул етен кейемдәрен – изге кейемдәрҙе кейер һәм


Ҡаһин етен кейемен, етен ыштанын кейһен. Ҡорбан усағында тотош яндырыу ҡорбанынан ҡалған көлдө алып усаҡтың эргәһенә өйһөн.


йә иһә кемдер юғалтҡанды табып та инҡар итһә, йәки ниндәй ҙә булһа гонаһ эшләп, шул турала ялған ант итһә,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ