Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Левиҙәр 16:3 - Башкирский ВЗ (неполный)

3 Шуға күрә Һарун Иң Мөҡәддәс урынға кергәндә гонаһ ҡорбаны итеп бер башмаҡ, тотош яндырыуға һарыҡ тәкәһе килтерергә тейеш.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

3 Шуға күрә Һарун Иң мөҡәддәс урынға кергәндә гонаһ ҡорбаны итеп бер башмаҡ, тотош яндырыуға һарыҡ тәкәһе килтерергә тейеш.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Левиҙәр 16:3
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әгәр тотош яндырыу ҡорбаны ваҡ мал – һарыҡ йәки кәзә икән, ҡорбаны кәмселекһеҙ тәкә булһын.


Әгәр тотош яндырыу ҡорбаны эре малдан икән, ул кәмселекһеҙ үгеҙ башмаҡ булһын. Был ҡорбан Раббы тарафынан ҡабул булһын өсөн, ҡорбан килтереүсе уны Осрашыу сатыры ауыҙына алып килһен


Үҙе һәм ғаиләһе гонаһтан пакланһын өсөн ул гонаһ ҡорбаны итеп үгеҙ башмаҡ тәҡдим итһен.


Мәсехләнгән ҡаһин гонаһ ҡылып, халыҡты ғәйепле итһә, үҙ гонаһы өсөн гонаһ ҡорбаны итеп Раббыға кәмселекһеҙ үгеҙ башмаҡ килтерһен.


Шунан гонаһ ҡорбаны булған үгеҙҙе килтерҙе. Һарун менән улдары ҡулдарын үгеҙҙең башына ҡуйҙы.


Шунан һуң Муса тотош яндырыу ҡорбаны булған һарыҡ тәкәһен алып килде. Һарун менән улдары ҡулдарын тәкәнең башына ҡуйҙы.


Ул Һарунға былай тине: – Үҙең өсөн гонаһ ҡорбаны итеп һыйыр малынан кәмселекһеҙ бер үгеҙ башмаҡ һәм тотош яндырыу ҡорбанына кәмселекһеҙ һарыҡ тәкәһе ал. Уларҙы Раббы ҡаршыһына килтер.


Шунан Исраил халҡына иғлан ит: «Раббы алдында ҡорбан килтереү өсөн гонаһ ҡорбаны итеп кәзә тәкәһе, тотош яндырыу ҡорбанына кәмселеге булмаған бер йәшлек башмаҡ менән бер йәшлек һарыҡ бәрәсе, татыулыҡ ҡорбаны булараҡ бер үгеҙ менән бер һарыҡ тәкәһе, зәйтүн майына буталған икмәк саҙаҡаһы алығыҙ, сөнки бөгөн һеҙгә Раббы күренәсәк».


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ