Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Левиҙәр 13:2 - Башкирский ВЗ (неполный)

2 – Әгәр берәй кешенең тән тиреһенә шеш, сабыртҡы йәки тап сыҡһа һәм уның йоғошло тире ауырыуына әйләнеү ихтималы булһа, ул кеше Һарун ҡаһинға йәки уның нәҫеленән булған ҡаһиндарҙың береһенә килтерелһен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 – Әгәр берәй кешенең тән тиреһенә шеш, сабыртҡы йәки тап сыҡһа һәм уның йоғошло тире ауырыуына әйләнеү ихтималы булһа, ул кеше Һарун ҡаһинға йәки уның нәҫеленән булған ҡаһиндарҙың береһенә килтерелһен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Левиҙәр 13:2
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Түбәгеҙҙән табанығыҙғаса Һау урын юҡ: яра, эрен, ҡутыр – Таҙартылмаған, май һөртөлмәгән, бәйләнмәгән.


Шуға күрә лә Хаким уларҙың Баштарын ҡутырлатыр, оят ерҙәрен асыр».


Раббы Муса менән Һарунға былай тине:


Ҡаһин тиреләге яраны ҡараһын. Әгәр яра өҫтөндәге төктәр ағарған, яра тирегә тәрәнәйгән булһа, был – йоғошло тире ауырыуының билдәһе. Ҡаһин сирлене нәжес тип иғлан итһен.


Ҡаһин уны ҡабат ҡараһын: сабыртҡы тәнгә таралған булһа, ул кешене нәжес тип иғлан итһен. Был – йоғошло тире ауырыуы.


ҡаһин, тупламдан тышҡа сығып, уны тикшерһен. Әгәр ауырыу йоғошло тире ауырыуынан сәләмәтләнгән икән,


ул йорттоң хужаһы ҡаһинға килһен дә: «Минең өйөмдә тарала торған үңәҙ кеүек нәмә күренде», – тип әйтһен.


Ҡаһиндың ауыҙы Алла тураһында ғилем һаҡлай, Кеше уның теленән ҡанун эҙләй, Сөнки ҡаһин – Күк ғәскәрҙәре Раббыһының хәбәрсеһе.


Болот сатыр өҫтөнән күтәрелгәс, Мирйәмде, ҡар кеүек булып, махау ауырыуы ҡаплап алғайны. Һарун Мирйәмгә боролғайны, уның махаулы икәнен күрҙе.


Әсә ҡарынынан ярты тәне сереп, үле тыуған бала шикелле итмә Мирйәмде, зинһар!


Йоғошло тире ауырыуына юлыҡһаң, Леви ырыуынан булған ҡаһиндарҙың өйрәткәнен еренә еткереп үтә. Мин уларға нисек бойорһам, нәҡ шулай эшлә.


Раббы һеҙгә дауалап булмаҫлыҡ Мысыр шеше, ҡорсаңғы һәм ҡутыр ебәрер.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ