8 Уларҙың итен ашамағыҙ, үләкһәләренә ҡағылмағыҙ. Улар һеҙҙең өсөн харам.
8 Уларҙың итен ашамағыҙ, үләкһәләренә ҡағылмағыҙ. Улар һеҙҙең өсөн хәрәм.
Китегеҙ, унан сығып китегеҙ! Нәжес әйберҙәргә ҡағылмағыҙ. Раббының һауытын алып барыусылар Ул урындан сығығыҙ, пакланығыҙ!
Раббы ерендә улар башҡаса ғүмер итмәҫ. Әфраим Мысырға ҡайтыр, Ашшурҙа нәжес ашамлыҡ ашар.
сусҡа, сөнки ул айыры тояҡлы булһа ла көйшәмәй, шуға күрә лә ул һеҙҙең өсөн харам.
Һыуҙа – диңгеҙҙәме ул, йылғаламы – йәшәгәндәрҙән йөҙгөстәре һәм тәңкәләре булғандарын ашай алаһығыҙ.
Йәки берәү белмәйенсә, нәжес һаналған әйбергә, харам йәнлектең, харам малдың йәки һөйрәлеүсенең үләкһәһенә ҡағылһа, үҙе шул турала белмәһә лә, нәжес була һәм ғәйепле һанала.