Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Левиҙәр 10:3 - Башкирский ВЗ (неполный)

3 Муса Һарунға: – Раббының: «Миңә яҡындар аша мөҡәддәслегемде күрһәтермен, Бөтөн халыҡ алдында дан ҡаҙанырмын», – тип әйткәне ошолор, – тине. Һарун өндәшмәне.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

3 Муса Һарунға: – Раббының: «Миңә яҡындар аша мөҡәддәслегемде күрһәтермен, Бөтөн халыҡ алдында дан ҡаҙанырмын», – тип әйткәне ошолор, – тине. Һарун өндәшмәне.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Левиҙәр 10:3
46 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бының булыуы мөмкин түгел! Һин улай эшләмәҫһең: тәҡүәләрҙе яуыздар менән бергә һәләк итмәҫһең, яуыз кеше лә, тәҡүә лә бер үк яҙмышҡа дусар булмаҫ бит инде? Бының булыуы мөмкин түгел! Бөтә ерҙең Хөкөмдары хаҡһыҙ хөкөм итерме?


Ул халҡына бөйөк ҡеүәт бирҙе, Уға тоғро бәндәләр барыһы, Ғәзиз халҡы Исраил Уны данлаһын. Раббыны данлағыҙ!


Оло йыйында һөйөнсөләнем хаҡлығыңды, Ауыҙ йомоп торманым, беләһең, Раббы.


Эй Аллам, Һинең ихтыярыңды үтәүҙән мин зауыҡланам, Ҡануның минең күңел түремдә».


Халыҡтарҙың башлыҡтары йыйылған Ибраһим Аллаһының халҡы янына; Сөнки ер йөҙөндәге хакимдар – Алланыҡы. Алла бар нәмәнән юғарыраҡ!


Сөнки асыуыңдан юҡ булабыҙ, Ярһыуыңдан ҡурҡыуға ҡалабыҙ


Эй Раббы, улар халҡыңды иҙә, Биләмәңә Һинең золом ҡыла.


Мин иһә мысырҙарҙың күңелен ҡатырырмын, кирелектәренә барып, һеҙҙе баҫтырырҙар. Шул сағында Мин фирғәүендән һәм уның бөтә ғәскәрен, яу арбаларын һәм һыбайлыларын еңеп шөһрәтемде күрһәтермен.


Мин фирғәүенде тағы тиҫкәреләндерермен дә ул артығыҙҙан ҡыуа сығыр. Ул сағында Мин фирғәүенде һәм уның бөтә ғәскәрен еңеп шөһрәтемде күрһәтермен! Бөтә мысырҙар Минең Раббы икәнемде белер!» Исраилдар шулай эшләне.


Раббыға яҡынлашырға йыйынған ҡаһиндар ҙа үҙҙәрен изгеләндерһен; юҡһа Раббы уларҙы юҡ итер.


Раббы Мусаға: – Бар, төш тә бында Һарун менән бергә мен. Ә ҡаһиндар менән халыҡ бында, Раббы янына, менергә уҡталмаһын, юҡһа Раббы уларҙы юҡ итер, – тине.


Миңә ҡаһинлыҡ итһендәр өсөн Һарун менән улдарын да мәсехләп изгеләндер.


Хизкияһ Ишағыяһҡа: – Раббының әле һинең аша тапшырған һүҙе яҡшы, – тине лә, эсенән: «Ғүмеремдең ахырына тиклем имен-аман була икән әле», – тип уйланы.


Ул миңә: «Һин – Минең ҡолом, Исраил, Һинең аша шөһрәт ҡаҙанырмын», – тине.


Китегеҙ, унан сығып китегеҙ! Нәжес әйберҙәргә ҡағылмағыҙ. Раббының һауытын алып барыусылар Ул урындан сығығыҙ, пакланығыҙ!


Халыҡтар араһынан сығарып, таралған илдәрегеҙҙән йыйып алғас, һеҙҙе хуш еҫ ҡорбанылай ҡабул итәсәкмен. Ҡәүемдәрҙең күҙе алдында арағыҙҙа Үҙемдең изгелегемде күрһәтәсәкмен.


Әйт, Раббы Хаким былай ти: «Мин һиңә, эй Сидон, ҡаршы сығам! Һинең эсеңдә дан ҡаҙанасаҡмын: Һиндә йәшәгәндәрҙе язалағас, Үҙемдең мөҡәддәслегемде танытҡас, Раббы икәнемде беләсәктәр.


Ерҙе ҡаплаған болот кеүек халҡым Исраилдың өҫтөнә ябырыласаҡһың. Эй Гог, киләсәк көндәрҙә һине Үҙ илемә килтерәсәкмен. Ҡәүемдәрҙең күҙ алдында һинең аша Үҙемдең мөҡәддәслегемде күрһәтеп, Үҙемде танытамын Мин».


ә төньяҡҡа ҡарағаны – ҡорбан усағы тирәһендә хеҙмәт иткән ҡаһиндар өсөн тәғәйенләнгән. Улар – Садоҡ улдары. Леви нәҫеленән тик улар ғына хеҙмәт итер өсөн Раббыға яҡынлаша ала, – тине.


Шунан һуң ул кеше миңә: – Асыҡ урын ҡаршыһындағы төньяҡ һәм көньяҡ бүлмәләр – изге бүлмәләр, – тине. – Раббы хозурында хеҙмәт иткән ҡаһиндар ҡорбан итеп килтерелгән иң изге ризыҡтарҙы шунда ашарҙар. Иң изге ҡорбандарҙы: икмәк саҙаҡаһын, гонаһ һәм ғәйеп ҡорбандарын – шунда ҡуясаҡтар, сөнки был урын изге.


Ул үҙенең халҡы араһында балаларын хурлыҡҡа ҡалдырырға тейеш түгел. Уны изге ҡылыусы Раббы Мин.


– Һарунға әйт: «Тоҡомоңдан зәғифлеге булған кеше Аллаһына ризыҡ тәҡдим итер өсөн һис ҡасан Уның хозурына яҡынламаһын.


Һарун ҡаһиндың тоҡомонан тәнендә кәмселеге булған бер кем дә Раббыға бағышланған ут ҡорбанын килтереү өсөн Уның хозурына яҡынламаһын. Уның тәнендә кәмселеге бар, шуға күрә Раббыға ризыҡ һонор өсөн яҡынламаһын.


Аллаһы өсөн изге булһын, Алланың исемен хурламаһын, сөнки Раббының ут ҡорбандарын, Аллаһының ризығын, улар тәҡдим итә, шуға күрә изге булырға тейеш.


Уны изге тип белегеҙ, сөнки Аллағыҙға ризыҡты ул тәҡдим итә; ул һеҙҙең өсөн изге булһын, сөнки Мин, һеҙҙе изге итеп айырып алған Раббы, изгемен.


Ҡаһиндар Минең күрһәтмәләремде теүәл үтәһендәр; юғиһә улар, күрһәтмәләремде хурлағандары өсөн гонаһҡа тарып үлемгә дусар булырҙар. Уларҙы изге иткән Раббы Мин.


Ете тәүлек буйы, көнө-төнө Осрашыу сатыры ауыҙында булығыҙ. Раббы талап иткәнсә эшләгеҙ, юғиһә үләсәкһегеҙ. Миңә шулай бойоролдо.


Һуңынан Ҡорах менән уның яҡлыларға былай тине: – Кем Уныҡы икәнлеген, кем Үҙенә яҡынайтырлыҡ изге икәнлеген иртәгә Раббы Үҙе күрһәтер. Кемде һайлап алһа, шуға Үҙенә яҡынайырға рөхсәт итер, – тине.


Раббы Муса менән Һарунға былай тине: – Исраилдар алдында Минең мөҡәддәслегемде иҫбатлар өсөн Миңә етерлек кимәлдә ышанмағанығыҙ был халыҡты һеҙ Мин бирәсәк ергә алып инмәйәсәкһегеҙ.


Сөнки икегеҙ ҙә Цин сүлендә, Мерива-Ҡадеш һыуҙарында, исраилдар алдында мөҡәддәслегемде иҫбатламанығыҙ һәм Миңә тоғро булманығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ