7 Һарун ҡаһиндың улдары – ҡорбан усағына ҡуҙ һалып, өҫтөнә утын теҙһен.
7 Һарун ҡаһиндың улдары ҡорбан усағына ҡуҙ һалып, өҫтөнә утын теҙһендәр.
Алла күрһәткән урынға килеп еткәс, Ибраһим, ҡорбан усағы эшләп, уға утын өйҙө. Шунан Исхаҡтың аяҡ-ҡулын бәйләп, ҡорбан усағына өйөлгән утын өҫтөнә ятҡырҙы.
Раббы Мусаға былай тине:
Раббы тарафынан ут сығып усаҡтағы тотош яндырыу ҡорбанын һәм майын ялмап алды. Быны күргән барса халыҡ ҡыуаныстан ҡысҡырып ебәрҙе һәм йөҙтүбән ергә ҡапланды.
Исмаһам, арағыҙҙан берәү Алла йорто ҡапҡаһын бикләп ҡуйһа икән, ҡорбанлыҡ усағымда бушҡа утын яндырмаҫтар ине! Мин һеҙҙән риза түгелмен, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Килтергән ҡорбандарығыҙҙы ҡабул итмәйем.