Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хаваҡҡуҡ 3:2 - Башкирский ВЗ (неполный)

2 Эй Раббым, Һинең шөһрәтең хаҡында ишеттем, Ғәмәлдәреңдән тетрәндем, Раббы! Беҙҙең ваҡытта ла шундай эштәр ҡыл, Беҙҙең заманда ла уларҙы белдер! Ярһыуыңда ла мәрхәмәтте хәтерлә!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 Эй Раббым, Һинең шөһрәтең хаҡында ишеттем, Ғәмәлдәреңдән тетрәндем, Раббы! Беҙҙең ваҡытта ла шундай эштәр ҡыл, Беҙҙең заманда ла уларҙы белдер! Ярһыуыңда ла мәрхәмәтте хәтерлә!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хаваҡҡуҡ 3:2
45 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ғәйепһеҙлегемде раҫлап Ҡулымды йыуырмын, Раббы. Ҡорбан усағыңды уратып йөрөрмөн,


Йырсылар етәксеһенә: Йедуҫундың көйөнә. Дауыттың мәҙхиәһе.


Йырсылар етәксеһенә: «Лилиә сәскәләре» көйөнә. Ҡорах улдарының уйланыуҙары. Ғишыҡ йыры.


Ишай улы Дауыттың доғалары ошонда тамам.


Йә Раббы, доғамды ишет, Ялбарыу ауазыма ҡолаҡ һал!


Беҙ һөйләгән хәбәргә кем ышанды? Раббының ҡөҙрәте кемгә асылды?


Аҙға ғына, асыулы сағымда һинән йөҙ йәшереп торҙом. Әммә мәңгелек мөхәббәт менән Рәхимлек ҡылырмын һиңә. – Шулай ти һине йолоп алыусы Раббы. –


Йә Раббы, күктән түбәнгә ҡара, Мөҡәддәс һәм күркәм торлағыңдан күҙ һал! Ҡайҙа Һинең ғәйрәтең менән ҡөҙрәтең? Күңелеңдәге наҙың менән мәрхәмәтеңде Беҙҙән ҡыҙғандың.


Быларҙың барыһын да Үҙ ҡулдарым менән яратҡанмын, Һәммәһе шулай барлыҡҡа килде, – тип белдерә Раббы. – Мин баҫалҡы күңеллегә, рухы төшөнкөгә, Һүҙемдән тетрәнеп торғандарға бағам.


Мине асыу менән түгел, Ғәҙеллек менән Һин төҙәт, Раббы, Юҡһа мине һәләк итерһең.


Эй халыҡтар Батшаһы, Һинән ҡурҡмаған берәйһе бармы? Һин быға лайыҡһың. Ҡәүемдәрҙең барса аҡыл эйәләре араһында, Бөтә батшалыҡтарҙа Һиңә оҡшашы юҡ!


Раббы былай ти: «Бабил өсөн етмеш йыл тамам булғас, һеҙҙе хәстәрләрмен, биргән һүҙемә тоғро ҡалып, һеҙҙе ошо ергә ҡайтарырмын.


Ҡурҡма, ҡолом Яҡуп, Мин һинең менән! – тип белдерә Раббы. – Мин һине ҡәүемдәр араһына таратҡайным, Инде барыһын да ҡырып бөтәм, Ә һине тотошлай юҡ итмәм. Әммә язаһыҙ ҡалдырмам, Язаны ғәҙел бирермен».


Ҡайғы-хәсрәт биргән икән, Тоғро мөхәббәтенә күрә мәрхәмәт бирер.


Тегеһе мин торған ергә килде. Ул яҡынайғас, мин ҡурҡыуымдан йөҙтүбән ергә ҡапландым. Ул миңә: – Бел, эй әҙәм улы, был күренмеш – ахыр замандар тураһында, – тине.


Мин, Даниил, Дарий хакимлығының тәүге йылында Яҙмаларҙан шуны аңланым: Раббының Йермеяһ пәйғәмбәргә әйткән һүҙенә ҡарағанда, Йәрүсәлим етмеш йылға ташландыҡ хәлдә ҡалырға тейеш.


Хаваҡҡуҡ пәйғәмбәрҙең доғаһы.


Ишеттем дә – йөрәк дөпөлдәне, Тауышыңдан ирен дерелдәне, Һөйәктәрем иреп төштө, Тубыҡтарым ҡалтыраны. Тик беҙгә һөжүм итеүселәргә афәт килгән көндө Мин сабыр ғына көтөрмөн.


Шунан Раббы фәрештәһе: «Эй Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, етмеш йыл буйы асыуланған Йәрүсәлимгә һәм Йәһүҙә ҡалаларына тағы ла ҡасанға тиклем мәрхәмәт күрһәтмәйәсәкһең?» – тине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ