15 Аттарыңда диңгеҙҙе тапаның, Шашҡан һыуҙарҙы күбекләндерҙең.
«Алла сүлдә табын ҡора аламы?» – тип Аллаға ҡаршы бурылданылар.
Йылғаларға ҡыҙҙыңмы ни, Раббы? Асыуың ағын һыуғамы? Әллә диңгеҙме ярһыуың сығанағы? Шуның өсөн аттарыңа, еңелмәҫ яу арбаларыңа мендеңме?
Тын өрөүеңдән һыу үрә торҙо, Тулҡындары диуар булып ҡалҡты, Диңгеҙ тәрәнлеге ҡатып ҡалды.
Бына Ул ҡаяға һуҡты – һыу атылды, Гөрләүектәр ашып ташты. «Инде Ул халҡына икмәк бирә алыр микән? Халҡына ит ашата алырмы?»