Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хаваҡҡуҡ 2:18 - Башкирский ВЗ (неполный)

18 Ниндәй файҙаһы бар оҫта рәүеш биргән һындың – Ялғанға өйрәтеүсе ҡойолма боттоң? Оҫта үҙе эшләгән әйбергә ышана ла, Тик тегеһе бары телһеҙ бот шул.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

18 Ниндәй файҙаһы бар оҫта рәүеш биргән һындың – Ялғанға өйрәтеүсе ҡойолма боттоң? Оҫта үҙе эшләгән әйбергә ышана ла, Тик тегеһе бары телһеҙ бот шул.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хаваҡҡуҡ 2:18
36 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шаулаһын диңгеҙ һәм унда йәшәгәндәр, Донъя һәм уны төйәк иткәндәр.


Ҡеүәтле кешеләрегеҙ – сүбәк кеүек, Ҡылған ғәмәлдәре осҡон һымаҡ булыр ҙа Икеһе бергә яныр, һүндереүсе булмаҫ.


Бер көндө үҙ илаһы Нисрохтың ҡорамында табынған сағында улдары Адраммәләх һәм Саресер, уны ҡылыс менән сәнсеп үлтерҙе һәм Арарат еренә ҡасты. Санхерив урынына улы Эсар-Хаддон батша булды.


Һөнәрсе ҡойған ботҡамы? Көмөшсө уға алтын ялатыр, Уның өсөн көмөш сылбыр ҡойор.


Беҙ белһен өсөн был хаҡта Кемегеҙ алдан уҡ хәбәр итте? Беҙ: „Ул хаҡлы булған“, – тип әйтә алһын өсөн Был турала алдан уҡ белдерҙе? Әйтеүсе лә, иғлан итеүсе лә, Һүҙҙәрегеҙҙе ишетеүсе лә булманы.


Шул саҡ боттарға өмөтләнеүселәр, Ҡойолма илаһтарға: „Һеҙ – беҙҙең аллабыҙ“, – тиеүселәр, Хурлыҡҡа ҡалып ҡасыр».


Тимерсе, ҡыҫҡысын алып, Тимерҙе ҡуҙҙың өҫтөндә тота, Сүкеш менән туҡмап эшкәртә, Көслө ҡулы менән уны яһай. Асыға, хәлдән тая, һыу эсмәй сарсай.


Бот яһағандар оятҡа ҡалыр, мәсхәрәгә батыр. Хурлыҡҡа төшөп, бөтәһе бергә китер.


Ҡәүемдәрҙең иҫән ҡалғандары, Йыйылығыҙ, яҡыныраҡ килегеҙ! Ағас боттарын йөкмәгән, Ҡотҡара алмаған илаһҡа доға ҡылғандар Бер нәмә лә белмәй.


Улар алйот һәм аңралар. Мәғәнәһеҙ боттарҙан нимә өйрәнмәк кәрәк? Улар бит ағастан яһалған!


Раббы – минең ҡеүәтем һәм ҡәлғәм, Хәсрәт көнөмдә минең ышығым! Ерҙең сиктәренән халыҡтар килеп: «Аталарыбыҙ мираҫҡа ялғанды, Бер нәмәгә лә яраҡһыҙ боттарҙы алған, – тип әйтер. –


Ҡаһиндар: „Раббы ҡайҙа?“ – тип һораманы. Ҡанун белгестәрегеҙ Мине белмәне; Хакимдарығыҙ Миңә ҡаршы баш күтәрҙе; Пәйғәмбәрҙәр, Бәғел исеменән пәйғәмбәрлек итеп, Бер нәмәгә ярамаҫ боттарға күңел бирҙе.


«Белдерегеҙ ҡәүемдәргә, хәбәр ебәрегеҙ! Байраҡ күтәреп иғлан итегеҙ, Бер нимә лә йәшермәгеҙ, еткерегеҙ: Бабил яулап алыныр, Бел оятҡа ҡалыр, Меродах селпәрәмә килер – Бабил боттары хур булыр, Ерәнгес һындары емерелер!


Уның алдында бар әҙәм аҡылһыҙ һәм наҙан; Һәр көмөшсө боттары менән оятҡа ҡала, Яһаған һындары ялған, Уларҙың өнө-тыны юҡ.


Һин хаттин ашып Күк Хакимына ҡаршы сыҡтың: һиңә Уның Йортонан алынған һауыттарҙы килтерәләр, һәм һин үҙеңдең вәзир-бәктәрең, ҡатындарың һәм йәриәләрең менән шунан шарап эсәһең. Үҙеңдең бер нәмә лә күрмәгән, ишетмәгән һәм аңламаған көмөш һәм алтын, баҡыр һәм тимер, ағас һәм таш илаһтарыңды маҡтайһың, ә ғүмерең һәм тәҡдирең Уның ҡулында булған Алланы данламаның.


Раббы былай ти: «Йәһүҙә енәйәт артынан енәйәт ҡыла – Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Раббы ҡанунынан ваз кисеп, Уның ҡағиҙәләрен тотмаған өсөн, Мин уларҙы язаһыҙ ҡалдырмайым. Атайҙары эйәргән ялған боттар Уларҙың тура юлдан аҙаштырҙы.


Ғажиз булып, хәлем тамам бөткәс, Мин Раббыны иҫкә төшөрҙөм, Доғам Һиңә, изге ҡорамыңа олғашты.


Йорт илаһтары алдаша; Күрәҙәселәр юҡ-барҙы күрә; Юраусылар ялған төштәр һөйләй. Шуға ла халыҡ аҙашҡан һарыҡ һымаҡ Көтөүсе юҡлыҡтан михнәт сигә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ