Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хаваҡҡуҡ 2:16 - Башкирский ВЗ (неполный)

16 Хөрмәт урынына оятҡа туясаҡһың һин! Инде үҙең эс тә сөннәтһеҙлегеңде күрһәт. Раббының уң ҡулындағы яза тулы туҫтаҡ Һине лә урап үтмәҫ, Шөһрәтеңде һинең хурлыҡ алыштырыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

16 Хөрмәт урынына оятҡа туясаҡһың һин! Инде үҙең эс тә сөннәтһеҙлегеңде күрһәт. Раббының уң ҡулындағы яза тулы туҫтаҡ Һине лә урап үтмәҫ, Шөһрәтеңде һинең хурлыҡ алыштырыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хаваҡҡуҡ 2:16
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һин ысынлап та дәһшәтле! Ярһығаныңда кем Һиңә каршы тора алһын?


Аҡыллылар шөһрәт ҡаҙаныр, ахмаҡтар мираҫҡа хурлыҡ алыр.


Ашшур батшаһы ла Мысыр әсирҙәрен һәм Куш тотҡондарын – йәшен-ҡартын яланғас һәм яланаяҡ, хатта оят ерҙәрен дә ҡаплатмайынса ҡыуып алып китер һәм Мысыр хурлыҡҡа төшөр.


Яланғас тәнең асылыр, оят ерҙәрең күренер. Үс аласаҡмын, бер кемде лә ҡыҙғанмаясаҡмын».


Һине йәберләгәндәргә Үҙҙәренең тәнендәге итен ашатырмын. Улар шарап эскән кеүек үҙ ҡанынан иҫерер. Шул сағында бар кешеләргә лә мәғлүм булыр: Мин – Раббы, һинең Ҡотҡарыусың, Йолоп алыусың, Яҡуптың ҡөҙрәтле Аллаһы Мин».


Исраил Аллаһы Раббы миңә былай тине: – Ҡулымдағы ярһыуым шарабы менән тулы кәсә ал, һине ниндәй ҡәүемдәргә ебәрәм, шуларҙың бөтәһенә лә эсер.


Мин Раббы ҡулынан кәсә алдым да Ул мине ебәргән бөтә ҡәүемдәргә эсерҙем:


«Бабил түрәләрен, аҡыл эйәләрен, Өлкә, ҡала башлыҡтарын, Һуғышсыларын иҫерткәнсе эсерәм. Улар мәңгелек йоҡоға талыр һәм бүтән уянмаҫ», – тип белдерә исеме Күк ғәскәрҙәре Раббыһы булған Батша.


Бабил – Раббы ҡулында бер алтын туҫтаҡ ине, Бөтә донъяны иҫертте ул Ҡәүемдәр уның шарабын эсте, Шул арҡала барыһы ла аҡылынан шашты.


Эй Ғус ерендә йәшәгән Эдом-ҡыҙ! Шатлан һәм күңел ас! Тик Раббының асыу туҫтағынан һин дә эсерһең, Иҫереп шәрә ҡалырһың.


Иҫерәсәкһең, хәсрәткә батасаҡһың – Апайың Самария туҫтағы, Дәһшәт һәм һәләкәт туҫтағы ул.


Ҡаһиндар күберәк булған һайын, Миңә ҡаршы гонаһтары арта барҙы. Шуға күрә Мин уларҙың данын Хурлыҡҡа әйләндерәсәкмен.


Батша байрамында улар батшаны һәм түрәләрен Шарап ағыуын эсереп ауырыта. Ә батша һөмһөҙҙәргә ҡул һуҙа.


Бихисап халыҡтарҙы юҡ итеп, Үҙ йортоңдо һин хурлыҡҡа ҡалдырҙың, Гонаһың өсөн ғүмерең менән яуап бирерһең.


Яҡынының яланғаслығын тамаша ҡылыр өсөн, Уға турһыҡты бушатҡансы хәмер ҡойоп, Иҫерткәнсе эсергән әҙәмгә ҡайғы!


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ