14 Һыу диңгеҙҙе тултырған һымаҡ, Ер йөҙө Раббы шөһрәтен танып-белеү менән тулыр.
Улар ҡапыл ғына юҡҡа сығыр, Дәһшәт эсендә һеперелеп түгелер.
Изге тауымдың һәр тарафында Һис кем яуызлыҡ һәм зыян ҡылмаҫ. Эйе, һыуҙар диңгеҙҙе тултырған һымаҡ, Ер йөҙө Раббыны танып-белеү менән тулыр.
Ул – тормошоғоҙҙоң ышаныслы нигеҙе. Ҡотҡарыусы, аҡыл һәм белемдең мулсығанағы; Раббынан ҡурҡыу – һеҙҙең хазина.
Шул саҡ Раббының шөһрәте асылыр, Бөтә йән эйәләре берлектә уны күрер. Раббы үҙ ауыҙы менән шулай тине».
Бер-береһенә былай тип өндәшәләр: «Күк ғәскәрҙәре Раббыһы мөҡәддәс, мөҡәддәс, мөҡәддәс! Бөтөн ер йөҙө Уның шөһрәте менән тулған!»
Унан һуң бер кем дә үҙенең яҡынын һәм туғанын: «Раббыны танып бел!» – тип өйрәтмәҫ. Барыһы ла, олоһонан алып кесеһенә тиклем, Мине үҙҙәре танып белер, – ти Раббы, – сөнки енәйәттәрен ғәфү итермен, гонаһтарын башҡаса иҫемә төшөрмәм.
Йәнә меңде үлсәне. Бында инде мин үтә алмаҫлыҡ ағын ине. Һыу шул тиклем тәрәнәйҙе, кеше йөҙөрлөк булды, был ағымды кисеп сығырлыҡ түгел ине.
Халҡымдың ҡатын-ҡыҙҙарын Йәмле өйҙәренән сығарып ебәрәһегеҙ, Балаларынан Минең хәйер-фатихамды Мәңгелеккә тартып алаһығыҙ.
Яҡынының яланғаслығын тамаша ҡылыр өсөн, Уға турһыҡты бушатҡансы хәмер ҡойоп, Иҫерткәнсе эсергән әҙәмгә ҡайғы!
Алла – Темандан, Изге Зат Паран тауынан килде. Села Бөйөклөгө ҡапланы күктәрҙе, Уның шөһрәте ерҙе тултырҙы.
«Шунан Раббыны исеме менән саҡырһындар, Бергәләшеп Уға хеҙмәт итһендәр өсөн Мин халыҡтарҙың ауыҙын пак ҡылырмын.
әммә барлығым һәм Раббының бөтә донъяны тултырасаҡ шөһрәте менән ант итәм: