12 «Ҡаланы ҡан өҫтөндә төҙөгәнгә, Ҡәлғәне яуызлыҡ менән һалғанға ҡайғы!»
Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Ҡан түккән ҡалаға ҡайғы! Мин дә усаҡ өсөн утын йыясаҡмын.
Сионды – ҡан өҫтөндә, Йәрүсәлимде ғәҙелһеҙлек өҫтөндә төҙөнөгөҙ.
Ҡулдары ҡанлы ҡалаға – ҡайғы! Ҡайҙа барма – алдаҡ унда, Үлтереш – талауҙарҙың иге-сиге юҡ.
Ләкин әсиргә алынғандар бөтәһе бергә: «Кеше иҫәбенә байыусыға, Аманатты үҙләштереүсегә – ҡайғы, Ғүмер буйы дауам итмәҫ был», – тип Унан көлөр, мыҫҡыл итер.