Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хаваҡҡуҡ 2:10 - Башкирский ВЗ (неполный)

10 Бихисап халыҡтарҙы юҡ итеп, Үҙ йортоңдо һин хурлыҡҡа ҡалдырҙың, Гонаһың өсөн ғүмерең менән яуап бирерһең.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

10 Бихисап халыҡтарҙы юҡ итеп, Үҙ йортоңдо һин хурлыҡҡа ҡалдырҙың, Гонаһың өсөн ғүмерең менән яуап бирерһең.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хаваҡҡуҡ 2:10
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шуның ише улар кешегә ҡорған боҫҡон үҙ ҡандары ҡойолоуға, үҙ йәндәре ҡыйылыуға сәбәп булыр.


Батшаның ярһыуы – гүйә арыҫлан ырылдауы, ҡыҙҙырма уны – үҙеңде хәүефкә ҡуйырһың.


Мине ысҡындырған үҙенә зыян ҡыла, мине күрәлмағандар үлемде үҙ итә».


Ҡороған үләнгә йөклө булып, һалам тыуҙыраһығыҙ; Һеҙҙең һулышығыҙ – ут, үҙегеҙҙе ялмап йотор.


Раббы былай ти: «Был әҙәмде балаһыҙҙар исемлегенә яҙығыҙ, Ғүмерен бушҡа уҙғарған кеше тип теркәп ҡуйығыҙ. Уның тоҡомонан бер кем дә уңыш ҡаҙана алмаҫ, Нәҫеленән Дауыт тәхетендә ултырыусы булмаҫ, Йәһүҙәлә батшалыҡ итмәҫ».


Йәһүҙә батшаһы Хизкияһ йәки Йәһүҙә халҡынан берәйһе пәйғәмбәрҙе үлтергәнме ни? Киреһенсә, батша, Раббынан ҡурҡып, Унан мәрхәмәт ялбарған. Раббы, ниәтенән кире ҡайтып, уларға белдергән һәләкәтте ебәреүҙән баш тартҡан. Ә беҙ үҙебеҙгә үҙебеҙ ҙур һәләкәт килтерергә торабыҙ!


Мин уны, тоҡомон, хеҙмәтселәрен ҡылған гонаһтарығыҙ өсөн язалайым. Мин уға ла, Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә, Йәһүҙә халҡына ла ебәрәм тип киҫәткән бөтә бәлә-ҡазаларҙы юллайым, сөнки һеҙ Миңә ҡолаҡ һалманығыҙ!“»


Инде хәҙер Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Ниңә үҙ башығыҙға ҙур бәлә килтермәксеһегеҙ? Йәһүҙәнән килгән ирҙәрҙе, ҡатын-ҡыҙҙарҙы, үҫмерҙәрҙе һәм сабыйҙарҙы юҡ итеп, берегеҙ ҙә ҡалмай ҡырылып бөтмәксеһегеҙме?


Ә һинең хаҡта, Ниневе, Раббы бына ниндәй әмер бирҙе: – Исемең юғаласаҡ, вариҫтарың булмаясаҡ. Илаһтарың ҡорамынан һындарыңды, Ҡойма илаһтарыңды һепереп түгәм; Ә үҙеңә ҡәбер әҙерләйем, Сөнки һин бик әшәке затһың.


Хөрмәт урынына оятҡа туясаҡһың һин! Инде үҙең эс тә сөннәтһеҙлегеңде күрһәт. Раббының уң ҡулындағы яза тулы туҫтаҡ Һине лә урап үтмәҫ, Шөһрәтеңде һинең хурлыҡ алыштырыр.


Ҡылған гонаһтары өсөн үлтерелгән был бәндәләрҙең төтәҫләгестәре табаҡ-табаҡ итеп сүкелеп, ҡорбан усағын көпләүгә тотонолһон. Был төтәҫләгестәр Раббы ҡаршыһына килтерелгәнлектән изгеләнде. Исраил халҡына иҫкәртеү билдәһе булып торһон улар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ