Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Хаггай 2:7 - Башкирский ВЗ (неполный)

7 Мин бар халыҡтарҙы дер һелкетәм, Уларҙың хазинаһы бында ағылыр, Мин был Йортто данға күмәсәкмен». Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шулай ти.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

7 Мин бар халыҡтарҙы дер һелкетәм, Уларҙың хазинаһы бында ағылыр, Мин был Йортто данға күмәсәкмен». Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шулай ти.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Хаггай 2:7
36 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Мине тыңлағаның өсөн Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар Тоҡомоң аша фатиха алыр».


Һинең менән ҡатын араһына, Һинең тоҡом менән уның тоҡомо араһына Дошманлыҡ һалам Мин. Ҡатындың улы башыңды иҙер, Һин уның үксәһен сағырһың».


Хужаһы килгәнгә тиклем Хакимлыҡ таяғы Йәһүҙәнең ҡулынан ысҡынмаҫ. Етәкселек уның нәҫел-ырыуынан китмәҫ. Ҡәүемдәр уның һүҙенән сыҡмаҫ.


Йырсылар етәксеһенә: «Гиттиҫ» көйөнә. Асафтың мәҙхиәһе.


Үҙең бар ҡылған халыҡтарҙың һәммәһе Эй Хаким, хозурыңа килеп баш эйер, Исемеңә дан-шөһрәт килтерер.


Раббы ерҙе дер һелкетер өсөн ҡалҡҡас, Һәр кеше Уның дәһшәте, бөйөк шөһрәтенән ҡурҡып, Ҡаялағы мәмерйәләргә, ер ярыҡтарына инеп боҫор.


Раббы былай ти: «Башыңды күтәр, тирә-яғыңа ҡара: Барыһы йыйылып һиңә килә. Алыҫтан улдарың ҡайтасаҡ, Ҡыҙҙарың ҡул осонда килтереләсәк.


Ҡыдарҙың бөтә ваҡ малы һиңә йыйылыр, Невайоҫтың һарыҡтары килтерелер, Ҡорбан усаҡтарымда күңелемә хуш ҡорбандар булыр. Үҙемдең данлы йортома тағы ла шөһрәт өҫтәрмен.


Емерәм, емерәм, емерәм был ҡаланы! Бындай емерелеүҙең быға тиклем булғаны юҡ ине. Уның ысын хужаһы килгәнгә тиклем ул шулай ҡаласаҡ. Мин ҡаланы уға бирәсәкмен».


Мин уны үлеләр донъяһына, үлем соҡорона төшкәндәр янына олаҡтырғанда, ул ауған тауышҡа ҡәүемдәрҙе ҡурҡып тетрәнергә мәжбүр иттем. Шунда Ғедән баҡсаһындағы бөтә ағастар, Ливандың иң һайланмыш, иң яҡшы һәм мул һыу эскән ағастары барыһы ла түбәнге донъяла тынысланып ҡалды.


Көнсөллөгөм һәм нәфрәтем утында белдерәм: ул көндө Исраил ерендә дәһшәтле ер тетрәү буласаҡ.


Шунан ул кеше мине төньяҡ ҡапҡа аша ҡорам алдына алып барҙы. Ҡараһам, Раббының шөһрәте ҡорамды тултырғанын күрҙем! Мин йөҙтүбән ергә ҡапландым.


Тауға сығып ағас әҙерләгеҙ, Минең күңелемә хуш килерлек, Мине данларлыҡ йорт төҙөгөҙ, – Раббы шулай тип белдерә. –


«Бына, Минең алдан юл әҙерләһен тип, Үҙемдең хәбәрсемде ебәрәм. Һеҙ эҙләгән Хаким ҡапылғара Үҙ ҡорамына килер; Һеҙ көҫәгән Килешеү хәбәрсеһе – Бына ул килә лә инде! – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ