3 Бына Раббы Хаггай пәйғәмбәр аша ошондай һүҙ еткерҙе:
Дарий батша тәхеткә ултырғандың икенсе йылында, алтынсы айҙың беренсе көнөндә, Йәһүҙәнең өлкә башлығы Шеалтиил улы Зеруббавелға һәм баш ҡаһин Йеһосадаҡ улы Йеһошуағҡа Хаггай пәйғәмбәр аша Раббы һүҙе булды.
Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Был халыҡ, Раббы йортон төҙөргә ваҡыт етмәне әле», – тип әйтә.
– Раббы йорто емерек килеш ятҡанда, һеҙҙең үҙегеҙгә күркәм йорттарҙа йәшәргә ваҡыт еткәнме?
Дарий батша тәхеткә ултырғандың икенсе йылында, һигеҙенсе айҙа Ғиддонан тыуған Бәрәхъяһтың улы Зәкәрьяһ пәйғәмбәргә Раббы һүҙе булды: