4 Муса исраилдарға Ҡотҡарылыу байрамы үткәрергә ҡушты.
Муса Исраилдың бөтә аҡһаҡалдарын саҡырып алды ла: – Барығыҙ, ғаиләләрегеҙ өсөн бәрәс һайлап алығыҙ ҙа Ҡотҡарылыу байрамы хөрмәтенә салығыҙ, – тине. –
Ошо айҙың ун дүртенсе көнөндә эңер төшкәс уҙғарығыҙ уны, бөтә ҡағиҙәләр, йолалар буйынса байрам итегеҙ.
Беренсе айҙың ун дүртенсе көнөндә эңер төшкәс Синай сүлендә Ҡотҡарылыу байрамын билдәләнеләр. Исраилдар бөтәһен дә Раббы Мусаға ҡушҡанса башҡарҙы.