6 – Исраилдар араһынан левиҙәрҙе ал да уларҙы таҙарындыр.
Муса халыҡҡа былай тине: – Иртәгәнән һуңғаға әҙерләнегеҙ, ҡатындарығыҙ менән яҡынлыҡтан тыйылығыҙ.
Китегеҙ, унан сығып китегеҙ! Нәжес әйберҙәргә ҡағылмағыҙ. Раббының һауытын алып барыусылар Ул урындан сығығыҙ, пакланығыҙ!
Таҙарыныу йолаһын башҡарған ҡаһин таҙарынған кешене ошо әйберҙәре менән Осрашыу сатыры ауыҙына, Раббы хозурыһына алып килһен.
Ул көмөш иретеп таҙартыусы һымаҡ булыр: Леви улдарын иретеп, Алтын һәм көмөш кеүек таҙартыр. Шунан улар Раббыға тоғролоҡ менән Хәйер-саҙаҡалар бирә башлар.
– Леви ырыуын килтер ҙә Һарун ҡаһин алдына баҫтыр – уға ярҙам итһендәр.
Раббы Мусаға былай тине:
Ошо ваҡытта Раббы Үҙенең Килешеү һандығын күтәреп йөрөтһөндәр, ҡаршыһында Үҙенә хеҙмәт итһендәр һәм Уның исеме менән фатиха бирһендәр өсөн Леви ырыуын айырып алды. Был әлеге көндә лә шулай дауам итә.