14 Левиҙәр Минеке булһын өсөн уларҙы Исраил халҡы араһынан шулай итеп айырып ал.
14 Левиҙәр Минеке булһын өсөн, уларҙы Исраил халҡы араһынан шулай итеп айырып ал.
– Улар Минеке булыр, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – Мин билдәләгән көндө уларҙы Үҙ хазинам итермен, үҙенә ярҙамлашҡан улына ҡарата рәхимле булған ата кеүек, Мин дә уларға рәхимле булырмын.
Бына Мин исраилдар араһынан леви ырыуынан булған ҡәрҙәштәрегеҙҙе һеҙгә бүләк итеп һайлап алдым. Улар Осрашыу сатырында хеҙмәт итһендәр өсөн Раббыға бағышлана.
– Мин һәр исраил ҡатынынан донъяға килгән тәүге ир бала урынына исраилдар араһынан левиҙәрҙе Үҙемә алдым. Улар – Минеке,
– Исраил улдарының бөтә баш балалары урынына – левиҙәрҙе, уларҙың малы урынына левиҙәрҙең малын ал. Левиҙәр Минеке буласаҡ. Мин – Раббы.
Левиҙәрҙе Һарун менән уның улдары ҡарамағына бир – улар бөтә исраилдар араһынан тулыһынса Һарундың ҡул аҫтында булһын.
– Исраилдарға шуны хәбәр ит: әгәр берәй ир йә ҡатын үҙен Раббыға бағышлау өсөн нәзирлегенә нәҙер әйтһә,
Левиҙәрҙе Һарун менән улдары алдына баҫтыр һәм уларҙы һелкетмә ҡорбан һымаҡ Раббыға бағышла.
Исраилдарҙың беренсе булып тыуған иркәк йән эйәһе, кешенекенән башлап мал-тыуарҙыҡына тиклем һәммәһе – Минеке. Сөнки мысырҙарҙың беренсе булып тыуған барлыҡ ир балаларын һәләк иткән саҡта, исраилдарҙыҡын Мин Үҙемә айырып алдым.
Ошо ваҡытта Раббы Үҙенең Килешеү һандығын күтәреп йөрөтһөндәр, ҡаршыһында Үҙенә хеҙмәт итһендәр һәм Уның исеме менән фатиха бирһендәр өсөн Леви ырыуын айырып алды. Был әлеге көндә лә шулай дауам итә.