62 хуш еҫле сайыр тултырылған ун шекел ауырлығындағы бер алтын һауыт;
Раббының исеме хәҙер ҙә, Мәңге лә мөбәрәк булһын!
Шунан һуң исраилдар Раббының ҡорамына икмәк саҙаҡаларын пак һауыттарҙа нисек алып килһә, улар ҙа бөтә ҡәүемдәрҙән ҡәрҙәштәрегеҙҙе аттарҙа, арбаларҙа, ылауҙарҙа, ҡасырҙарҙа, етеҙ дөйәләрҙә изге тауыма, Йәрүсәлимгә Раббыға бүләк итеп килтерәсәк.
Әлеге хаким күптәр менән ете йылға ныҡлы килешеү төҙөшөр һәм килешелгән ваҡыттың яртыһы еткәнсе үк ҡорбандарҙы һәм саҙаҡа килтереүҙәрҙе туҡтатыр, был урында Изге торлаҡты ташландыҡ хәлгә килтереүсе ерәнгес бер нәмә ҡуйыр – ҡыйратыусы алдан уҡ билдәләнгән ахыр көнөнә тарығанға тиклем дауам итер был.
Уның саҙаҡалары ошолар ине: изге шекелгә күрә йөҙ утыҙ шекел ауырлығындағы бер көмөш тәрилкә, етмеш шекел ауырлығындағы бер көмөш сеүәтә – был һауыттарҙың икеһенә лә икмәк саҙаҡаһы өсөн зәйтүн майы ҡушылған яҡшы бойҙай оно тултырылғайны;
тотош яндырыу ҡорбаны өсөн бер үгеҙ башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек тәкә бәрәс;