6 Муса ылауҙар менән үгеҙҙәрҙе левиҙәргә таратып бирҙе.
Уларға Мысырҙан ҡатын-ҡыҙ һәм бала-саға өсөн арбалар алып китергә бойор, үҙҙәре менән атайығыҙҙы ла алып килһендәр.
Изге сатыр йыйып алынды, уны йөрөтөүсе Гершон улдары менән Мерари улдары, сатырҙы күтәреп, юлға ҡуҙғалды.
– Һин быларҙы ал. Улар Осрашыу сатырында хеҙмәт башҡарыу өсөн булыр. Һәр береһенең вазифаһына ҡарап, уларҙы левиҙәргә таратып бир.
Ике ылау менән дүрт үгеҙҙе, башҡарған хеҙмәттәренә ярашлы, Гершон тоҡомона бирҙе.