14 хуш еҫле сайыр тултырылған ун шекел ауырлығындағы бер алтын һауыт;
майшәм өсөн зәйтүн майы, мәсех майы һәм төтәтеү майы өсөн хуш еҫле матдәләр,
Өҫтәлгә ҡуйыр өсөн һауыт-һаба: саф алтындан тәрилкәләр, сеүәтәләр, түкмә ҡорбандар өсөн кәсәләр һәм ҡомғандар эшләне.
Изге икмәк өҫтәленә зәңгәр йәймә ябырҙар һәм уға тәрилкәләр, төтәҫләгес һауыттар, түкмә ҡорбандар өсөн ҡомғандар һәм кәсәләр ҡуйырҙар, унда даими килтерелә торған икмәк тә торорға тейеш.
Уның саҙаҡалары ошолар ине: йөҙ утыҙ шекел ауырлығындағы бер көмөш тәрилкә, изге шекелгә күрә етмеш шекел ауырлығындағы бер көмөш сеүәтә – был һауыттарҙың икеһенә лә икмәк саҙаҡаһы өсөн зәйтүн майы ҡушылған иң яҡшы бойҙай оно тултырылғайны;
тотош яндырыу ҡорбаны өсөн бер үгеҙ башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек тәкә бәрәс;
хуш еҫле сайыр тултырылған ун шекел ауырлығындағы бер алтын һауыт;