Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Иҫәп алыу 4:5 - Башкирский ВЗ (неполный)

5 Тупламдан юлға ҡуҙғалырға кәрәк булһа, Һарун менән уның улдары, сатырға инеп, Килешеү һандығы алдындағы пәрҙәне алыр ҙа һандыҡты ҡаплар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

5 Тупламдан юлға ҡуҙғалырға кәрәк булһа, Һарун менән уның улдары, сатырға инеп, Килешеү һандығы алдындағы пәрҙәне алыр ҙа һандыҡты ҡаплар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Иҫәп алыу 4:5
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут ҡыҙыл йөн ептән һәм сиратылған етендән махсус пәрҙә һуҡтылар һәм оҫта итеп кируб һүрәттәре сиктеләр.


Уның эсенә Килешеү һандығын индер ҙә уны пәрҙә менән ҡапла.


Хуш еҫ төтәтә торған алтын ҡорбан усағын Килешеү һандығы алдына урынлаштыр. Изге торлаҡ ауыҙына ҡорма эл.


Был тауҙа бөтә халыҡтарҙың өҫтөндәге япманы, Бар ҡәүемдәр өҫтөнә ябылған ҡорманы алып ташлар.


– Ағайың Һарунға әйт, пәрҙә артындағы Иң Мөҡәддәс урынға теләһә ҡайһы ваҡытта инмәһен, Изге һандыҡ өҫтөндәге ҡапҡасҡа яҡынламаһын, юғиһә үлер. Мин бит ҡапҡас өҫтөндә, болот эсендә пәйҙә булырмын.


Иң тәүҙә үҙ байрағы аҫтында төркөм-төркөм булып Йәһүҙә ғәскәре ҡуҙғалды. Уның башында Ғамминадав улы Нахшон ине.


Тупламдан юлға ҡуҙғалырға кәрәк булһа, Һарун менән уның улдары Изге сатырҙы һәм уның бөтә кәрәк-ярағын ҡаплап бөткәс, уны күтәреп алып китер өсөн Ҡыһаҫ улдары килер; тик улар мөҡәддәс әйберҙәргә ҡағылмаһын, юҡһа үлерҙәр. Осрашыу сатырының был әйберҙәрен Ҡыһаҫ нәҫеле йөрөтөргә тейеш.


Ҡыһаҫ тоҡомоноң Осрашыу сатырындағы хеҙмәте иң изге әйберҙәрҙе хәстәрләүҙән ғибәрәт булыр.


Ҡыһаҫ тоҡомона иһә Муса ылау ҙа, үгеҙ ҙә бирмәне, сөнки уларҙың вазифаһы иңдәрендә күтәреп йөрөткән мөҡәддәс әйберҙәр менән бәйле ине.


Муса, был ҡанунды яҙып, Раббының Килешеү һандығын күтәреп йөрөтөүсе Леви ырыуынан булған ҡаһиндарға һәм Исраил аҡһаҡалдарына бирҙе.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ