Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Иҫәп алыу 4:15 - Башкирский ВЗ (неполный)

15 Тупламдан юлға ҡуҙғалырға кәрәк булһа, Һарун менән уның улдары Изге сатырҙы һәм уның бөтә кәрәк-ярағын ҡаплап бөткәс, уны күтәреп алып китер өсөн Ҡыһаҫ улдары килер; тик улар мөҡәддәс әйберҙәргә ҡағылмаһын, юҡһа үлерҙәр. Осрашыу сатырының был әйберҙәрен Ҡыһаҫ нәҫеле йөрөтөргә тейеш.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

15 Тупламдан юлға ҡуҙғалырға кәрәк булғанда, Һарун менән уның улдары Изге сатырҙы һәм уның бөтә кәрәк-ярағын ҡаплап бөткәс, уны күтәреп алып китер өсөн Ҡыһаҫ улдары килер; тик улар мөҡәддәс әйберҙәргә ҡағылмаһын, юҡһа үлерҙәр. Осрашыу сатырының был әйберҙәрен Ҡыһаҫ нәҫеле йөрөтөргә тейеш.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Иҫәп алыу 4:15
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡыһаҫ тоҡомона иһә Муса ылау ҙа, үгеҙ ҙә бирмәне, сөнки уларҙың вазифаһы иңдәрендә күтәреп йөрөткән мөҡәддәс әйберҙәр менән бәйле ине.


Муса, был ҡанунды яҙып, Раббының Килешеү һандығын күтәреп йөрөтөүсе Леви ырыуынан булған ҡаһиндарға һәм Исраил аҡһаҡалдарына бирҙе.


Шунан изге әйберҙәрҙе йөрөтөүсе Ҡыһаҫ улдары ҡуҙғалды. Улар яңы урынға килеп еткәндә, Изге сатыр ҡороп ҡуйылған булырға тейеш ине.


Муса, Һарун һәм уның улдары Осрашыу сатыры алдына, унан көнсығышҡа ҡарай, урынлашһын. Уларға исраилдар исеменән Изге урындағы хеҙмәт өсөн яуаплылыҡ йөкмәтелә. Изге урынға ситтәрҙән берәйһе яҡынлашһа, ул үлемгә дусар ителергә тейеш.


Сатырҙы бер урындан икенсе урынға күсергәндә, уны левиҙәр һүтһен; сатырҙы ҡорорға кәрәк булғанда, уны левиҙәр ҡорһон. Әгәр ҙә сатырға левиҙәрҙән башҡа берәйһе яҡынлашһа, үлемгә дусар ителһен.


Кешеләр өсөн, тауҙы уратып, сик һыҙығы һыҙ. Әйт, тауға менеүҙән һаҡланһындар, хатта уның итәгенә лә яҡын килмәһендәр. Тауға ҡағылған һәр кем үлтерелер.


Ҡорбан усағын күсереп йөрөтөргә кәрәк булғанда, ошо ҡолғалар дүңгәләктәргә кейҙерелер.


Һарун һумала-майҙарҙы Раббы ҡаршыһында ҡуҙға һалһын һәм хуш еҫле төтөн болото Килешеү һандығының ҡапҡасын ҡаплар. Шул саҡта Һарун үлмәҫ.


Левиҙәр ҡарамағына Килешеү сатырын, уның бар кәрәк-ярағын, уға ҡағылышлы бөтә нәмәне тапшыр. Улар сатыр менән уның бөтә мөлкәтен күсереп йөрөтһөн, уны хәстәрләһен; үҙ сатырҙарын Килешеү сатыры тирәләй ҡорһон.


Өҫтөнә усаҡта ҡорбан килтергәндә ҡулланылған бөтә һауыт-һабаны – һоҫҡоларҙы, сәнскеләрҙе, көрәктәрҙе, ҡан һирпеү сеүәтәләре һалып, йоҡа итеп эшкәртелгән күн япма менән ҡапларҙар һәм ҡолғаларын урынына ҡуйырҙар.


иң изге әйберҙәргә яҡынлашҡанда һәләк булып ҡуймаһындар өсөн бына нимә эшләгеҙ: Һарун менән улдары үҙҙәре эскә инеп уларҙың һәммәһенә башҡараһы хеҙмәтен һәм күтәрергә тейешле әйберҙәрҙе тәғәйенләһен.


Әммә Ҡыһаҫ улдары үҙҙәре инеп изге нәмәләргә яҡын килмәһен, хатта күҙ һирпеп тә ҡарамаһын, юҡһа харап ителерҙәр.


Улар һинең ҡул аҫтыңда сатыр хеҙмәтен башҡарһын, әммә Изге урындың әйберҙәренә лә, ҡорбан усағына ла яҡын килә күрмәһен – харап булырҙар, һеҙҙе лә харап итерҙәр.


Раббы Мусаға: – Бар, төш тә халыҡты иҫкәрт: Раббыны күрергә ашҡынып сикте үтмәһендәр, юҡһа уларҙың күптәре харап булыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ