2 Муса Исраил ырыуҙарының башлыҡтарына былай тине: – Раббы бына нимә тип бойорҙо:
Илдәге изгеләргә килгәндә: улар затлы, Бар күңелдән уларға тартылам.
Ҡотҡарыуыңдың шатлығын миңә ҡайтар, Һине тыңларға ашҡынып торған рух биреп, Миңә таяныс бул.
Йә Алла, асмандан да юғарыраҡ ҡалҡ, Шөһрәтең бар ер йөҙөн иңләһен!
Шунан үҙ-үҙемә әйттем: «Бына нимә минең өсөн хәсрәт: Юғарыларҙан Юғары уң ҡулы менән Беҙгә элекке һымаҡ ярҙам күрһәтмәй».
Аллаң Раббының исемен тиктомалға телгә алма. Үҙенең исемен тиктомалға телгә алыусыларҙы Раббы язаһыҙ ҡалдырмаҫ.
Уйламай нәҙер әйтеү, әйткәндән һуң икеләнеп йөрөү – кешенең үҙ-үҙенә ҡорған тоҙаҡ.
Йәки берәү уйлап тормайынса яҡшылыҡ йәки яманлыҡ ҡылырға ант итһә һәм бының уйламайынса әйтелгәнен һуңынан ғына аңлаһа, был кеше ғәйепле була.
Бына, һөйөнсө килтереүсенең Аяҡтары тауҙар артыла. Ул тыныслыҡ иғлан итә! – Эй Йәһүҙә, байрамсыла байрамыңды, Биргән нәҙерҙәреңде үтә. Бынан ары һине залимдар тапамаҫ, Улар тулыһынса юҡ ителеп бөттө.
Исраилдар иһә Раббыға нәҙер әйтте: «Әгәр шул халыҡты беҙҙең ҡулыбыҙға бирһәң, уларҙың ҡалаларын харам ҡылып тулыһынса юҡ итербеҙ», – тинеләр.
Тол ҡалған йәки иренән айырылған ҡатындың үҙен бәйләгән нәҙере көсөндә булыр.
Балаларығыҙға ҡалалар, кәзә-һарығығыҙға аҙбарҙар ҡороғоҙ, телегеҙ менән әйткәнде эшләгеҙ.