1 Муса Раббы бойорғандың барыһын да исраилдарға һөйләп бирҙе.
Шунан Исраил етәкселәре, йәғни халыҡ һанын алыу өсөн яуаплы булған ырыу һәм ғаилә башлыҡтары саҙаҡалар алып килде.
Исраил халҡы араһынан һәләтле кешеләрҙе һайлап алып, уларҙы мең баштары, йөҙ баштары, илле баштары, ун баштары итеп ҡуйҙы.
Аллаң Раббыға нәҙер әйтәһең икән, уны һис кисектермәй үтә, сөнки Ул уның мотлаҡ үтәлеүен талап итер, үтәмәйһең икән, гонаһ ҡылған булырһың.
Муса Һарунға үҙен ебәргән Раббының һүҙҙәрен еткерҙе, ниндәй хикмәттәр ҡылырға ҡушҡанын һөйләп бирҙе.