6 – Леви ырыуын килтер ҙә Һарун ҡаһин алдына баҫтыр – уға ярҙам итһендәр.
Шул саҡта һеҙ аңларһығыҙ: Леви менән төҙөгән килешеү дауам итһен өсөн һеҙгә шундай әмер бирҙем, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –
Бына Мин Леви нәҫеленә бөтә хеҙмәттәре, Осрашыу сатырында эш башҡарғандары өсөн Исраилда килтерелгән бөтә ҡорбан-саҙаҡаларҙың унынсы өлөшөн бирәм.
Юлға сыҡҡанда Осрашыу сатыры менән Леви ырыуы башҡа ырыуҙарҙың уртаһында булһын. Тупламда нисек урынлашҡан булһалар, юлда ла һәр ҡайһыһы үҙ урынында, үҙ байрағы аҫтында барһын.
Ә левиҙәр, Раббының Мусаға биргән бойороғона ярашлы, Исраил ырыуҙары менән бер иҫәпкә индерелмәне.
Раббы Мусаға былай тине:
Ошо ваҡытта Раббы Үҙенең Килешеү һандығын күтәреп йөрөтһөндәр, ҡаршыһында Үҙенә хеҙмәт итһендәр һәм Уның исеме менән фатиха бирһендәр өсөн Леви ырыуын айырып алды. Был әлеге көндә лә шулай дауам итә.