3 Былар – Һарундың ҡаһинлыҡҡа бағышлап мәсехләнгән, йәғни май һөртөлгән, улдары.
3 Былар – Һарундың ҡаһинлыҡҡа бағышлап мәсехләнгән, йәғни май һөртөлгән улдары.
Ағайың Һарунға һәм уның улдарына ошо кейемдәрҙе кейҙер. Һарунды һәм уның улдарын зәйтүн майы менән мәсехлә, уларҙы изгеләндереп ҡаһинлыҡҡа бағышла һәм улар Минең ҡаһиндарым булыр.
Һарунға изге кейемдәрен кейҙер һәм май һөртөп мәсехлә. Минең ҡаһиным булһын өсөн, уны изгеләндер.
Минең ҡаһиндарым булһын өсөн, уларға ла аталарына һөрткән һымаҡ, май һөрт. Шулай итеп, улар быуындан-быуынға мәңге күсеп бара торған ҡаһинлыҡҡа бағышланыр.
Һарунды изгеләндереү өсөн башына май ҡойоп мәсехләне.
Муса мәсех майы, ҡорбан усағы өҫтөндәге ҡанды алып Һарун менән улдарына һәм уларҙың кейемдәренә һирпте. Шул рәүешле Һарунды һәм уның кейемен, улдарын һәм уларҙың кейемдәрен изгеләндерҙе.
Әммә Надав менән Авиһу Синай сүлендә Раббы ҡаршыһына Ул рөхсәт итмәгән утты килтергән өсөн үлгәйне. Уларҙың балалары юҡ ине. Әлғазар менән Иҫамар аталары Һарун эргәһендә ҡаһин булып ҡалды.