29 Ҡыһаҫ нәҫеле Изге сатырҙан көньяҡта урынлашырға тейеш ине.
Исраил йәмғиәтенә Раббының асыуы төшмәһен өсөн, левиҙәр үҙҙәренең сатырҙарын Килешеү сатыры тирәләй ҡорһон, һәр саҡ Килешеү сатыры өсөн яуаплы булһын.
Рәүвән тупламы үҙенең байрағы аҫтында төркөм-төркөм булып Изге сатырҙан көньяҡта урынлашһын. Уларҙың башлығы Шедеур улы Әлисур булһын.
Гершон нәҫеле сатырҙарын Изге сатыр артында көнбайышҡа табан ҡорорға тейеш.
Ҡыһаҫ нәҫелендә бер айлыҡтан алып һаналған ир заттарының һаны һигеҙ мең алты йөҙ булды. Улар – Изге урын өсөн яуаплы ине.
Ҡыһаҫ нәҫелдәренең башлығы – Ғуззиил улы Әлисафан.