23 Гершон нәҫеле сатырҙарын Изге сатыр артында көнбайышҡа табан ҡорорға тейеш.
Исраил йәмғиәтенә Раббының асыуы төшмәһен өсөн, левиҙәр үҙҙәренең сатырҙарын Килешеү сатыры тирәләй ҡорһон, һәр саҡ Килешеү сатыры өсөн яуаплы булһын.
Юлға сыҡҡанда Осрашыу сатыры менән Леви ырыуы башҡа ырыуҙарҙың уртаһында булһын. Тупламда нисек урынлашҡан булһалар, юлда ла һәр ҡайһыһы үҙ урынында, үҙ байрағы аҫтында барһын.
Гершон нәҫелендә бер айлыҡтан алып һаналған бөтә ир заттарының һаны ете мең биш йөҙ булды.
Гершон нәҫеленең башлығы – Лаил улы Әлъясаф булды.