21 Гершондан Ливни менән Шимғи нәҫелдәре таралды. Был – Гершон нәҫеле.
Бына нәҫел шәжәрәләренә күрә, олоһонан алып кесеһенә тиклем, Леви улдарының исемдәре: Гершон, Ҡыһаҫ, Мерари. Леви йөҙ ҙә утыҙ ете йыл йәшәне.
Левиҙең нәҫеле, уларҙың ҡатындары айырым, Шимғи нәҫеле, уларҙың ҡатындары айырым йәш түгер.
Ливни, Хеврон, Махли, Муши, Ҡорах нәҫелдәре ла Леви ырыуыныҡылар. Ҡыһаҫ – Ғамрамдың атаһы.
Гершон улдары: Ливни, Шимғи һәм уларҙың нәҫелдәре.
Мерари улдары: Махли, Муши һәм уларҙың нәҫелдәре. Ғаиләләре буйынса Леви нәҫелдәре бына шулар.
Гершон нәҫелендә бер айлыҡтан алып һаналған бөтә ир заттарының һаны ете мең биш йөҙ булды.
– Гершон нәҫеленән дә утыҙ йәштән иллегә тиклемге эшкә яраҡлыларҙы ғаиләләре, нәҫел-нәсәбе буйынса һанап сыҡ, Осрашыу сатырында хеҙмәт итерҙәр.