Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Иҫәп алыу 3:10 - Башкирский ВЗ (неполный)

10 Һарун менән улдарын ҡаһин итеп тәғәйенлә, улар ҡаһинлыҡ вазифаһын еренә еткереп үтәһен. Әгәр ҙә Изге сатырға левиҙәрҙән башҡа берәйһе яҡынлашһа, үлемгә дусар ителер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

10 Һарун менән улдарын ҡаһин итеп тәғәйенлә, улар ҡаһинлыҡ вазифаһын еренә еткереп үтәһен. Әгәр ҙә Изге сатырға левиҙәрҙән башҡа берәйһе яҡынлашһа, үлемгә дусар ителер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Иҫәп алыу 3:10
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

билдәрен билғау менән быу, баштарына бәйҙәрен бәйлә. Мәңгелек ҡағиҙә булараҡ, ҡаһинлыҡ вазифаһы Һарунға һәм уның улдарына бирелә – һин уларҙы ҡаһинлыҡҡа ошо рәүешле бағышларһың.


Минең мөҡәддәс әйберҙәрем янында вазифағыҙҙы тейешенсә үтәмәнегеҙ, Изге торлағымда хеҙмәт итеүҙе сит халыҡтарға йөкмәтеп ҡуйҙығыҙ».


Килтерелгән изге ризыҡты ҡаһиндың ғаиләһенән башҡа бер кеше лә ашарға тейеш түгел; ҡаһиндың ҡунағы ла, ялсыһы ла изге ризыҡты ашамаһын.


Сатырҙы бер урындан икенсе урынға күсергәндә, уны левиҙәр һүтһен; сатырҙы ҡорорға кәрәк булғанда, уны левиҙәр ҡорһон. Әгәр ҙә сатырға левиҙәрҙән башҡа берәйһе яҡынлашһа, үлемгә дусар ителһен.


Ул һине, һинең менән бергә бөтә ағай-энеңде, Леви нәҫелен, Үҙенә яҡынайтты, ә һеҙ тағы ҡаһинлыҡ даулай башланығыҙ.


Раббының хозурынан ут сығып хуш еҫле матдәләр килтергән теге ике йөҙ илле ирҙе лә һәләк итте.


Раббының Муса аша әйткәне ғәмәлгә ашты. Һарун тоҡомона ҡарамаған берәү ҙә Раббы ҡаршыһында хуш еҫле матдәләр төтәтә күрмәһен, Ҡорах һәм уның яҡлылар менән булған хәл ҡабатланмаһын өсөн исраилдарға киҫәтеү булды был.


Улар һинең ҡул аҫтыңда сатыр хеҙмәтен башҡарһын, әммә Изге урындың әйберҙәренә лә, ҡорбан усағына ла яҡын килә күрмәһен – харап булырҙар, һеҙҙе лә харап итерҙәр.


Әммә ҡорбан усағы янында һәм пәрҙә артындағы бөтә нәмәгә ҡарата бары тик һин һәм улдарың ғына ҡаһинлыҡ хеҙмәтен атҡарығыҙ. Һеҙгә Мин бүләк итеп ҡаһинлыҡ хеҙмәтен бирәм. Изге урынға һеҙҙән башҡа кем генә яҡынлашһа ла үлемгә дусар ителһен.


Раббы Мусаға тағы былай тине:


Муса, Һарун һәм уның улдары Осрашыу сатыры алдына, унан көнсығышҡа ҡарай, урынлашһын. Уларға исраилдар исеменән Изге урындағы хеҙмәт өсөн яуаплылыҡ йөкмәтелә. Изге урынға ситтәрҙән берәйһе яҡынлашһа, ул үлемгә дусар ителергә тейеш.


Сөнки Аллағыҙ Раббы, ғүмерлеккә уның алдында тороп, Уның исеменән хеҙмәт итһендәр өсөн бөтә ырыуҙарығыҙ араһынан Левиҙе – уның үҙен һәм улдарын һайлап алды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ