Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Иҫәп алыу 28:3 - Башкирский ВЗ (неполный)

3 Уларға әйт: «Һеҙ Раббыға бирергә тейешле ут ҡорбаны ошо: Раббыға даими тотош яндырыу ҡорбаны булараҡ һәр көн берәр йәшлек кәмселекһеҙ ике тәкә бәрәс килтерһендәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

3 Уларға әйт: «Һеҙ Раббыға бирергә тейешле ут ҡорбаны ошо: Раббыға даими тотош яндырыу ҡорбаны булараҡ, һәр көн берәр йәшлек кәмселекһеҙ ике тәкә бәрәс килтерһендәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Иҫәп алыу 28:3
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Уның ғәскәрҙәре килеп Изге торлаҡ нығытмаһын яулап алыр, уны нәжесләр, көндәлек ҡорбан килтереүҙе туҡтатыр һәм Изге торлаҡты ташландыҡ хәлгә килтереүсе ерәнгес нәмә урынлаштырыр.


Көндәлек ҡорбан килтереү юҡҡа сығарылып, ташландыҡ хәлгә килтереүсе ерәнгес нәмәне ҡуйған замандан алып бер мең дә ике йөҙ ҙә туҡһан көн үтер.


Тора-бара, тәкәбберләнеп, күк ғәскәренең Башлығына тиклем барып етте: Уны көн дә килтерелә торған ҡорбандарҙан мәхрүм итте, Уның Изге торлағы булған урынды емерҙе.


Мин бер изгенең һөйләгәнен, ә икенсе изгенең һорағанын ишеттем: – Күренмештәге был хәлдәр – көндәлек ҡорбандар, һәләкәт килтергән фетнә, Изге торлаҡтың һәм күк ғәскәренең тапалыуға дусар ителеүе ҡасанға тиклем барыр?


Һарун улдары уларҙы, ҡорбан усағындағы утын өҫтөнә һалып, тотош яндырыу ҡорбаны менән бергә яндырһын. Был – ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ.


– Һарунға һәм уның улдарына бойороҡ биреп әйт, бына тотош яндырыу ҡорбанын килтереү ҡағиҙәләре. Тотош яндырыу ҡорбаны яндырылған урынында, ҡорбан усағында, төнө буйына, иртәнгә тиклем ҡалһын. Усаҡта ут һәр саҡ янып торһон.


«Инде Бейт-Илгә килеп гонаһ ҡылығыҙ, Гилгалға барып гонаһығыҙҙы арттырығыҙ! Иртә һайын ҡорбан килтерегеҙ, Өс көн һайын ғөшөрөгөҙҙө бирегеҙ.


Был даими тотош яндырыу ҡорбандарынан һәм уның түкмә ҡорбанынан тыш шәмбе һайын башҡарыла торған тотош яндырыу ҡорбаны булыр.


Көн дә китерелә торған тотош яндырыу ҡорбаны һәм түкмә ҡорбандан тыш гонаһ ҡорбаны итеп Раббыға бер кәзә тәкәһе килтерегеҙ.


Быларҙы көн дә иртән килтерелә торған тотош яндырыу ҡорбанынан тыш тәҡдим итегеҙ.


Ете көн буйы көн дә шулай эшләгеҙ. Был – ут ҡорбаны өсөн ризыҡ, уның хуш еҫе Раббыға күркәм булыр. Даими тотош яндырыу ҡорбаны менән түкмә ҡорбандан тыш килтерелергә тейеш был.


Көндәлек тотош яндырыу ҡорбаны менән икмәк саҙаҡаһынан тыш түкмә ҡорбан менән килтерегеҙ быны. Ҡорбанға килтерелгән малдар кәмселекһеҙ булһын.


Бәрәстәрҙең береһе иртәнсәк, икенсеһе кис ҡорбан ителһен.


Шулай уҡ гонаһ ҡорбаны итеп бер кәзә тәкәһе алып килегеҙ. Пакланыу көнөндә килтерелә торған гонаһ ҡорбанына, көндәлек тотош яндырыу ҡорбаны менән бергә килтерелергә тейеш булған икмәк саҙаҡаһына һәм түкмә ҡорбанға өҫтәмә рәүештә килтерегеҙ быларҙы.


Гонаһ ҡорбаны итеп бер кәзә тәкәһе лә килтерегеҙ; уны көн дә килтерелә торған тотош яндырыу ҡорбаны менән икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбанға өҫтәмә рәүештә килтерегеҙ.


Быларҙы айлыҡ һәм көндәлек тотош яндырыу ҡорбандары менән бергә килтерелергә тейешле булған икмәк саҙаҡалары һәм түкмә ҡорбандарға өҫтәлмә булараҡ алып килегеҙ. Был – Раббыға күркәм хуш еҫ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ