13 Уны күргәндән һуң, ағайың Һарун кеүек, һин дә ата-бабаларың менән ҡауышырһың.
Исраил халҡы Беероҫ-Бене-Яғаҡандан Мосераға йүнәлде. Һарун унда вафат булды һәм шунда ерләнде. Уның урынына ҡаһин булып улы Әлғазар ҡалды.
– Исраилдар өсөн мидйән халҡынан үс ал. Һуңынан ата-бабаларың менән ҡауышасаҡһың.
Ағайың Һарун, Һор тауында вафат булып, ата-бабалары янына күскән кеүек, һин дә менгән тауыңда үлеп, ата-бабаларыңа ҡушылырһың.
Һарун ҡаһин Раббы ҡушыуы буйынса Һор тауына күтәрелде һәм исраилдарҙың Мысыр еренән сығыуының ҡырҡынсы йылында, бишенсе айҙың беренсе көнөндә, вафат булды.
Исмәғил йөҙ ҙә утыҙ ете йыл йәшәне, шунан һуңғы һулышын алды һәм ата-бабаларына ҡушылды.
Ул, оҙон ғүмер һөрөп, фани донъя рәхәтен күреп, ата-бабаларына ҡушылды.
Һеҙҙең арҡала Раббының миңә лә асыуы килде. «Һин дә ул ергә инмәйәсәкһең, – тине. –
Мин, Иордан аръяғына сыҡмайынса, ошо ерҙә үлермен. Ә һеҙ уны аша сығырһығыҙ һәм шул күркәм ергә хужа булырһығыҙ.
Раббы Мусаға: – Үлер көндәрең яҡынлаша, – тине. – Йушағты саҡыр ҙа Осрашыу сатырында Минең алдыма баҫығыҙ. Мин уға күрһәтмәләремде бирермен. Муса менән Йушағ Осрашыу сатырына килде.
Раббы Мусаға: – Бына һин, үлеп, ата-бабаларың хозурына күсерһең. Ә был халыҡ Миңә тоғролоҡ һаҡламайынса барған ерендәге илаһтар менән зина ҡылыр, Мине ташлар һәм Мин улар менән төҙөгән килешеүҙе боҙор.