56 Күп һанлыларға ла, аҙ һанлыларға ла йәрәбәгә сыҡҡан ер бирелһен.
Һеҙ уны биләмәләргә йәрәбә буйынса үҙегеҙгә һәм арағыҙҙа йәшәп балалары тыуған килмешәктәргә бүлегеҙ. Был кешеләр һеҙҙең өсөн ерле исраилдар менән тигеҙ хисапланһын, Исраил ырыуҙары араһында һеҙҙең менән бергә уларҙың да өлөшө булһын.
Ерҙе йәрәбә һалып бүлеү фарыз, биләмә ере ырыуҙағы кешеләр һанына ҡарап бүленһен.
Нәҫелдәренә күрә иҫәпкә алынған левиҙәр: Гершондан – Гершон нәҫеле, Ҡыһаҫтан – Ҡыһаҫ нәҫеле, Мерариҙан – Мерари нәҫеле.