53 – Ер ырыуҙарҙағы кешеләр һанына ҡарап бүленергә тейеш.
Һинән бөйөк халыҡ тыуҙырырмын, Һине мөбәрәк ҡылырмын, атыңды бөйөк итермен; Һин фатиха-бәрәкәт сығанағы булырһың!
Раббы, Ибрамға күренеп, былай тине: – Был ерҙе һинең тоҡомоңа бирәсәкмен. Ошо урында Ибрам үҙенә күренгән Раббыға бағышлап ҡорбан усағы эшләне.
Шулай ҙа Раббы халҡының зарын ишетте, Уларҙың хәсрәтен күрҙе.
Һин Аллаға шөкөр ҡорбаны бир, Юғарыларҙан Юғарыға әйткән нәҙерҙәреңде үтә.
Һеҙ уны биләмәләргә йәрәбә буйынса үҙегеҙгә һәм арағыҙҙа йәшәп балалары тыуған килмешәктәргә бүлегеҙ. Был кешеләр һеҙҙең өсөн ерле исраилдар менән тигеҙ хисапланһын, Исраил ырыуҙары араһында һеҙҙең менән бергә уларҙың да өлөшө булһын.
Күк аҫтындағы бөтә батшалыҡтарҙың көс-ҡөҙрәте, хакимлыҡ хоҡуғы һәм бөйөклөк-олпатлығы Юғарыларҙан Юғарының изге халҡына бирелер. Ул батшалыҡ – мәңгелек булыр, башҡа хакимдар уға буйһонор һәм баш һалыр».
Раббы Мусаға былай тине:
Күберәк һанлыларға ҙурыраҡ өлөш бирелһен, әҙерәктәргә – бәләкәйерәк өлөш. Һәр ырыуға иҫәп алынғандар һанына ярашлы өлөш бүленһен.
Ерҙе йәрәбә буйынса нәҫел-ара бүлешегеҙ: күп һанлыға биләмәнекүберәк, аҙ һанлыға аҙыраҡ бирегеҙ. Йәрәбә буйынса кемгә ҡайһы ер сыға, шул уға булһын. Өлөшөгөҙҙө ата-бабаларығыҙ ырыуҙары буйынса биләмә итеп алығыҙ.