5 „Эй Яҡуп нәҫеле, сатырҙарың, Эй Исраил, торлаҡтарың ниндәй күркәм!
Йә Раббы, илеңә миһырбанлыҡ ҡылдың, Яҡуп нәҫеленә муллыҡ-именлек ҡайтарҙың.
Бына Изге сатыр – Килешеү сатырын – төҙөүгә киткән сығымдарҙы Мусаның бойороғо буйынса Һарун ҡаһиндың улы Иҫамар етәкселегендә левиҙәр иҫәпләп сығарған исемлек.
Ниндәй гүзәлһең һин, йәрем, Бер ниндәй кәмселегең юҡ!
Тирса ҡалаһылай гүзәлһең һин, йәрем. Йәрүсәлим кеүек һөйкөмлөһөң, Байраҡтарын күтәргән ғәскәрҙәй дәһшәтлеһең.
Ете көн ҡыуыштарҙа йәшәгеҙ. Ерле исраилдарҙан һәр кем ҡыуышта йәшәһен.
Күк ғәскәрҙәре Раббыһына ҡорбан килтереп тә, ошо залимлыҡты ҡылған кешене, уның кем булыуына ҡарамаҫтан, Раббы Яҡуп сатырҙарынан ҡыуып ебәрһен.
Исраилдар, Раббы Мусаға нисек бойорған булһа, шулай эшләне: улар үҙ байраҡтары аҫтында туплам булып торҙо һәм һәр ҡайһыһы үҙ нәҫел-нәсәбенә ярашлы үҙ ғаиләһе менән юлға сыҡты.
Билғам ырыу-ырыу булып урынлашҡан Исраил халҡын күрҙе. Шунда Билғамға Алла Рухы иңде һәм
Алла һүҙҙәрен ишеткән, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең күрһәткәнен күргән; Ергә ҡапланһа ла, күҙе асыҡ булған заттың әйткәне:
Йәйрәп ятҡан йәшел үҙән кеүек улар, Йылға буйындағы баҡсаларҙай, Раббы ултыртҡан йөҙйәшәр ҡыуаҡлығы, Һыу буйындағы кедр урманылай.
Эй Исраил, ниндәй бәхетле һин! Бармы һинең кеүек берәй ҡәүем? Һин Раббы ҡотҡарған халыҡ, Ул – һине һаҡлаған ҡалҡан, Ул – һинең данлы ҡылысың. Дошмандарың алдыңда баш эйә, Һин уларҙың арҡаһын тапарһың».