Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Иҫәп алыу 23:7 - Башкирский ВЗ (неполный)

7 Билғам пәйғәмбәрлек итте: «Балаҡ мине Арамдан, Моав батшаһы көнсығыштағы тауҙарҙан саҡырҙы. «Кил, минең өсөн ләғнәт уҡы Яҡупҡа, Кил, Исраилға ҡарғыш һал!» – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

7 Билғам пәйғәмбәрлек итте: «Балаҡ мине Арамдан, Моав батшаһы көнсығыштағы тауҙарҙан саҡырҙы. „Кил, минең өсөн ләғнәт уҡы Яҡупҡа, Кил, Исраилға ҡарғыш һал!“ – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Иҫәп алыу 23:7
31 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сөнки Мысырҙан сыҡҡан сағығыҙҙа юлда һеҙҙе икмәк һәм һыу менән ҡаршыламанылар, етмәһә Арам-Наһараимдағы Петор ҡалаһынан Беғор улы Билғамды һеҙҙе ҡарғар өсөн ялланылар.


ул пәйғәмбәрлек итергә тотондо: «Беғор улы Билғам һөйләй, Күҙе асыҡ кеше һөйләй.


Билғам, пәйғәмбәрлек итеп, былай тине: «Эй Балаҡ, тор ҙа тыңла мине, Әйткәндәремә ҡолаҡ һал, Сиппор улы.


Ул көндө һеҙҙе ғибрәт итеп һөйләрҙәр, Хәсрәтле йыр һүҙҙәрен ҡабатлап үсекләрҙәр: „Таланылар беҙҙе, таланылар! Минең халҡымдың өлөшөн һаталар! Ҡайғы беҙгә! Еребеҙ тартып алына! Баҫыуҙарыбыҙҙы беҙҙе әсиргә алғандарға өләшәләр“.


Ҡолдарыңдың мәйетен күктәге ҡоштарға, Тоғроларыңдың тәнен ерҙәге хайуандарға ем итеп бирҙе.


Шунан пәйғәмбәрлек һүҙен әйтте: – Аһ, Алла ошоларҙы ғәмәл ҡылғас, Кемдәр генә иҫән ҡалыр икән?


Билғам йәнә пәйғәмбәрлек итергә тотондо: «Беғор улы Билғам һөйләй, Күҙе асыҡ кеше һөйләй,


Турғай һәм ҡарлуғас осоп киткән һымаҡ, нахаҡ ҡарғыш та кешегә төшмәҫ.


Ләкин әсиргә алынғандар бөтәһе бергә: «Кеше иҫәбенә байыусыға, Аманатты үҙләштереүсегә – ҡайғы, Ғүмер буйы дауам итмәҫ был», – тип Унан көлөр, мыҫҡыл итер.


Шунда мин былай тинем: – Эй Хакимым Раббым! Был кешеләр минең хаҡта: «Ул тик йомаҡ ҡына ҡойған бер әҙәм түгелме ни?» – тиҙәр.


– Эй әҙәм улы, Исраил нәҫеленә бер йомаҡ әйт һәм бер хикмәтле һүҙ һөйләп бир.


Артабан ул ҡыниҙарға күҙ төшөрҙө лә улар хаҡында пәйғәмбәрлек итте: – Торлағың ныҡ һинең, Ояң ҡаяла ҡоролған.


Мин һиңә бик тә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтермен, нимә әйтһәң, шуны эшләрмен. Кил, зинһар, был халыҡты минең өсөн ҡарға», – тине.


«Бына, Мысырҙан бер халыҡ сыҡты, ер йөҙөн ҡаплап алды. Бында кил дә уны минең өсөн ҡарға, бәлки, шул сағында мин уның менән алыша һәм еремдән ҡыуып сығара алырмын», – тип әйтергә ҡушҡан.


һәм Яҡуптың, ата-әсәһе һүҙен тыңлап, Паддан-Арамға киткәнен дә ишетте.


Паддан-Арамға барып, әсәйеңдең атаһы, йәғни ҡартатайың Беҫуилға бар, әсәйеңдең ағаһы Лаван ҡыҙҙарының береһенә өйлән.


Шемдың улдары: Ғелам, Ашшур, Арпахшад, Луд һәм Арам.


Бына Билғам әйләнеп килде. Балаҡ менән Моав башлыҡтары яндырылған ҡорбан янында тора ине.


«Хозурыма тоғроларымды, Ҡорбан салып, Минең менән Килешеү төҙөгәндәрҙе йыйып килтерегеҙ!»


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ