9 Раббы ни бойорһа, Муса шуны эшләне, ҡулына таяғын алды.
Үҙең таяғыңды күтәр ҙә ҡулыңды диңгеҙ өҫтөнә һуҙ – диңгеҙ икегә ярылыр, Исраил халҡы уның төбөнән, ҡоро ерҙән барған шикелле, атлап сығыр.
Муса ҡатыны менән улдарын ишәккә меңгәштерҙе лә, Алла әйткән таяғын ҡулына алып, Мысырға юлланды.
Раббы Мусаға былай тине: – Һарундың таяғын, фетнәселдәргә билдә итеп, улар Миңә һуҡранып үлемгә дусар булмаһын өсөн, Килешеү һандығы алдына ҡабат һаҡлауға һал.