Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Иҫәп алыу 20:12 - Башкирский ВЗ (неполный)

12 Раббы Муса менән Һарунға былай тине: – Исраилдар алдында Минең мөҡәддәслегемде иҫбатлар өсөн Миңә етерлек кимәлдә ышанмағанығыҙ был халыҡты һеҙ Мин бирәсәк ергә алып инмәйәсәкһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

12 Раббы Муса менән Һарунға былай тине: – Миңә етерлек кимәлдә ышанмағанығыҙ һәм исраилдар алдында Минең мөҡәддәслегемде иҫбатламағанығыҙ өсөн, был халыҡты һеҙ Мин уларға бирәсәк ергә алып инмәйәсәкһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Иҫәп алыу 20:12
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һеҙҙең арҡала Раббының миңә лә асыуы килде. «Һин дә ул ергә инмәйәсәкһең, – тине. –


Һеҙ ҡәүемдәр араһында хурлаған бөйөк исемемдең мөҡәддәс икәнлеген күрһәтәсәкмен. Ҡәүемдәрҙең күҙ алдында һеҙҙең аша изгелегемде ғәмәл ҡылғас, ҡәүемдәр Минең Раббы икәнемде беләсәк, – тип белдерә Раббы Хаким. –


Сөнки һеҙ икегеҙ ҙә Цин сүлендә халыҡ Миңә ҡаршы сыҡҡанда Мин әйткәнде тыңламанығыҙ, уларҙың күҙ алдында Минең мөҡәддәслегемде иҫбатламанығыҙ. Был Син сүлендәге Мерива-Ҡадеш һыуҙары янында булғайны.


– Һарундың үлеп ата-бабалары янына күсер ваҡыты етте. Мерива һыуҙары буйында бойороғома ҡаршы килгәнегеҙ өсөн Һарун Мин Исраил халҡына бирәсәк ергә аяҡ баҫмаясаҡ.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһын – Уны мөҡәддәс һанағыҙ. Унан ғына ҡурҡығыҙ, Тик Унан дәһшәтләнегеҙ.


Раббы Хаким былай ти: «Ул көндө башыңа бик күп уйҙар киләсәк һәм һин яуыз ниәт ҡороп


Халыҡтар араһынан сығарып, таралған илдәрегеҙҙән йыйып алғас, һеҙҙе хуш еҫ ҡорбанылай ҡабул итәсәкмен. Ҡәүемдәрҙең күҙе алдында арағыҙҙа Үҙемдең изгелегемде күрһәтәсәкмен.


Самария – бары тик Әфраимдың баш ҡалаһы, Ремалъяһтың улы бары тик Самарияның башлығы. Әгәр ҙә ныҡлап ышанмаһағыҙ, Ҡаршы тора алмаҫһығыҙ».


Шунан Раббы Мусаға: – Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа «һинең тоҡомоңа бирәсәкмен», тип ант итеп әйткән ер ошо. Уны үҙ күҙҙәрең менән күрергә мөмкинлек бирҙем, ләкин унда инмәйәсәкһең, – тине.


Муса Һарунға: – Раббының: «Миңә яҡындар аша мөҡәддәслегемде күрһәтермен, Бөтөн халыҡ алдында дан ҡаҙанырмын», – тип әйткәне ошолор, – тине. Һарун өндәшмәне.


Әгәр артабан да минең менән ошолай эшләргә теләһәң, шәфҡәт ҡылсы, ниндәй бәләгә тарығанымды күргәнсе, мине үлтереүең яҡшыраҡ булмаҫмы?


Раббы һеҙҙең арҡала миңә асыуланды һәм минең Иордан аръяғына сыҡмаясағым һәм Аллаң Раббы һеҙгә биләмә итеп бирәсәк күркәм ергә аяҡ баҫмаясағым хаҡында ант итте.


Маҡтаһындар Уны халыҡ йыйынында, Данлаһындар аҡһаҡалдарҙың ҡоронда.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ