Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Иҫәп алыу 19:9 - Башкирский ВЗ (неполный)

9 Таҙаларҙан берәйһе, яндырылған тананың көлөн йыйып алып, тупламдан ситтә таҙа урынға һалһын. Көлдө исраилдар йәмғиәте таҙарыныу һыуы әҙерләү өсөн һаҡлаһын. Ул ҡорбан гонаһ өсөн килтерелде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

9 Таҙаларҙан берәйһе, яндырылған тананың көлөн йыйып алып, тупламдан ситтә таҙа урынға һалһын. Көлдө исраилдар йәмғиәте таҙарыныу һыуы әҙерләү өсөн һаҡлаһын. Ул ҡорбан гонаһ өсөн килтерелде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Иҫәп алыу 19:9
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Күрем көндәрендә ятҡан түшәге лә, ултырған урыны ла нәжесләнер.


Ул көндө Дауыт нәҫелен һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәрҙе гонаһтан һәм бысраҡлыҡтан паклау өсөн бер шишмә урғылып сығыр.


Мәйеткә ҡағылған һәр кем, таҙарынмаһа, Раббы торлағын нәжесләр; бындай кеше халҡы араһынан ҡыуылыр, сөнки уға таҙарыныу һыуы һирпелмәне, ул нәжес, нәжес килеш ҡалыр.


Гонаһ өсөн яндырылған теге ҡорбан көлөн алһындар ҙа, һауытҡа һалып, уға тере, йәғни ағын һыу ҡойһондар.


Таҙаларҙан берәйһе, майағасты ошо һыуға манып, шуның менән сатырҙы, сатырҙағы һауыттарҙы, кешеләрҙе, шулай уҡ кеше һөйәгенә йәки үлтерелгән, үҙ үлеме менән вафат булған кеше мәйетенә йәки ҡәбергә ҡағылғандарға һирпһен.


Уны Әлғазар ҡаһинға бирегеҙ, ул тананы тупламдан сығарһын, тананы ҡаһин алдында салһындар.


Тананы яндырған кеше лә кейемдәрен һыу менән йыуһын, ғөсөлләнһен, ул да кискә тиклем нәжес һаналыр.


Был кеше Раббыға бағышланған нәзирлек көндәрен ҡабаттан башлар һәм, ғәйеп ҡорбаны итеп, бер йәшлек бәрәс килтерер; нәзирлеге нәжесләнгәнлектән элекке көндәре иҫәпкә алынмаҫ.


Таҙарындырыу тәртибе былай булыр: өҫтәренә таҙарыныу һыуы һирп, тәндәренең бөтә ерен бәке менән ҡырһындар, кейемдәрен йыуһындар – таҙа булырҙар.


Ә инде пак булған, алыҫ юлда булмаған кеше Ҡотҡарылыу байрамын үткәрмәһә, халҡы араһынан ҡыуылһын, сөнки ул тейешле ваҡытта Раббыға саҙаҡа бирмәне, ул кеше гонаһының язаһын аласаҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ