Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Иҫәп алыу 18:8 - Башкирский ВЗ (неполный)

8 Раббы Һарунға былай тине: – Миңә килтерелгән бөтә ҡорбан-саҙаҡаларҙы күҙәтеүҙе һиңә тапшырам. Исраилдарҙың бөтә изге ҡорбан-саҙаҡаларын мәңгелек өлөш итеп һиңә һәм һинең улдарыңа бирәм.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

8 Раббы Һарунға былай тине: – Миңә килтерелгән бөтә ҡорбан-саҙаҡаларҙы күҙәтеүҙе һиңә тапшырам. Исраилдарҙың бөтә изге ҡорбан-саҙаҡаларын мәңгелек өлөш итеп һиңә һәм һинең улдарыңа бирәм.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Иҫәп алыу 18:8
32 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Изге сатырға ингән йәки мөҡәддәс урында ҡаһин хеҙмәтен үтәп ҡорбан усағына яҡынайған саҡта, Һарун һәм улдары ошо ыштанды кейһен. Юҡһа улар ғәйепле булыр һәм үлемгә дусар ителер. Был – Һарун һәм уның нәҫелдәре өсөн мәңгелек ҡағиҙә.


Шунан ҡорбан усағы өҫтөндәге ҡанды һәм мәсех майын алып, уларҙы Һарундың өҫтөнә, уның кейемдәренә, шулай уҡ Һарун улдарының өҫтөнә һәм уларҙың кейемдәренә һирп. Ана шулай Һарун һәм уның кейемдәре, Һарун улдары һәм уларҙың кейемдәре изгеләндерелһен.


Исраил халҡы ҡорбан малының ошо өлөштәрен Һарунға һәм уның улдарына бирергә тейеш, сөнки был уларҙың мәңгелек өлөшө. Исраилдарҙың татыулыҡ ҡорбандарынан Раббыға саҙаҡа был.


Һарундың изге кейемдәре үҙенән һуң улдарына ҡалыр: уларҙы ошо кейемдә мәсехләп, ҡаһинлыҡҡа бағышларҙар.


Һарунға изге кейемдәрен кейҙер һәм май һөртөп мәсехлә. Минең ҡаһиным булһын өсөн, уны изгеләндер.


Минең ҡаһиндарым булһын өсөн, уларға ла аталарына һөрткән һымаҡ, май һөрт. Шулай итеп, улар быуындан-быуынға мәңге күсеп бара торған ҡаһинлыҡҡа бағышланыр.


Ул көн Ашшурҙың йөгө яурынығыҙҙан, Ҡалыбы муйынығыҙҙан төшөр. Һимергәнегеҙгә күрә ул ҡалып һынып сығыр».


Башҡа ҡаһиндар араһынан баш ҡаһин итеп бағышланып башына мәсех майы һөртөлгән, изге кейемдәр кейеп йөрөгән кеше ҡайғы билдәһе итеп сәсен туҙҙырмаһын, кейемен йыртҡыламаһын.


Ҡаһин ике бәрәсте тәүге уңыш икмәге менән бергә Раббы хозурында күтәреп күрһәтһен. Раббы өсөн изге булған был ҡорбандар – ҡаһиндыҡы.


Артып ҡалғанын Һарун менән улдары ашар. Уны изге урында, Осрашыу сатырының ихатаһында, сөсө икмәк итеп ашарҙар.


Һарун нәҫеленән булған һәр ир заты ашар уны. Раббы өсөн ут ҡорбандарынан киләсәк быуындар өсөн мәңгелек өлөш был. Әгәр кем дә булһа был өлөшкә ҡағылһа, мөҡәддәс һаналыр.


– Һарун ҡаһин булараҡ мәсехләндерелгән көндө Һарун менән улдары икмәк саҙаҡаһы итеп Раббыға иң яҡшы ондан бер эфаның ундан бер өлөшөн – яртыһын иртәнсәк, яртыһын кискеһен – алып килһен. Ул даими бер саҙаҡа булыр.


Ҡорбан ғәмәлен башҡарған ҡаһин уны изге урында, Осрашыу сатырының ихатаһында, ашар.


Һәр төрлө икмәк саҙаҡаһының бер өлөшөн Раббыға бағышлап килтерһен: ул татыулыҡ ҡорбанының ҡанын ҡорбан усағына һирпкән ҡаһинға булыр.


Ҡаһиндар нәҫеленән булған һәр ир заты был ҡорбанды ашай ала. Изге урында ейелер, сөнки ул изгеләрҙән-изге.


Муса мәсех майы, ҡорбан усағы өҫтөндәге ҡанды алып Һарун менән улдарына һәм уларҙың кейемдәренә һирпте. Шул рәүешле Һарунды һәм уның кейемен, улдарын һәм уларҙың кейемдәрен изгеләндерҙе.


Изгеләрҙән-изге ҡорбандарҙан – яндырылмай торғанынан Миңә тип килтерелгән бөтә икмәк саҙаҡаһы, гонаһ һәм ғәйеп ҡорбандары һинеке. Изгеләрҙән-изге был ҡорбандар – һиңә һәм дә уландарыңа.


Исраилдарҙың ҡаһинға килтергән бөтә изге саҙаҡалары – ҡаһиндыҡы,


Шул сағында Аллағыҙ Раббы ниндәй урын һайлай, Уның исеме шул ерҙә булыр. Мин һеҙгә бойорған бөтә нәмәләрҙе: тотош яндырыу һәм башҡа ҡорбандарығыҙҙы, ерегеҙҙән алған уңыштың ундан бер өлөшөн һәм саҙаҡаларығыҙҙы, Раббыға нәҙер итеп әҙерләп ҡуйған һайланма бүләктәрегеҙҙе шунда килтерегеҙ.


Үҙегеҙҙең тотош яндырыу һәм башҡа ҡорбандарығыҙҙы, ерегеҙҙән алған уңыштың ундан бер өлөшөн, саҙаҡаларығыҙҙы, нәҙер итеп әйткән бүләктәрегеҙҙе, үҙ ихтыярығыҙҙан сығып бирә торған ҡорбандарҙы, эре һәм ваҡ малдың тәүге үрсемен шунда алып килегеҙ.


Левиҙәрҙән булған ҡаһиндарҙың, бөтә Леви ырыуының Исраилда биләмә ерҙәре, үҙ өлөштәре булмаҫ: улар Раббыға бағышлап килтерелгән яндырыу ҡорбандарынан туҡланыр, сөнки уларҙың өлөшө шул.


Шунда Аллаң Раббы алдында былай тип әйт: «Һинең бойороҡтарыңды боҙманым, уларҙың береһен дә онотманым, Үҙең ҡушҡанса, өйөмдән Һиңә бағышланған уңышымдың ундан бер өлөшөн алдым да левиҙәргә, килмешәктәргә, етемдәргә һәм тол ҡатындарға бирҙем.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ