Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Иҫәп алыу 18:12 - Башкирский ВЗ (неполный)

12 Раббыға килтерелгән тәүге уңыш саҙаҡаларын – зәйтүн майының, яңы шараптың һәм ашлыҡтың иң яҡшыһын – Мин һиңә бирәм.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

12 Раббыға килтерелгән тәүге уңыш саҙаҡаларын – зәйтүн майының, яңы шараптың һәм ашлыҡтың иң яҡшыһын – Мин һиңә бирәм.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Иҫәп алыу 18:12
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Күктән төшөр ысыҡты ла, ерҙә үҫер емеште лә Игенен дә, шарабын да мулдан бирһен Раббы.


Уңышығыҙҙы һәм шарабығыҙҙы Миңә тәҡдим итеүҙе кисектермәгеҙ. Беренсе булып тыуған ир балаларығыҙҙы Миңә бирегеҙ.


Ерең биргән тәүге уңыштың иң яҡшыһын Аллаң Раббының йортона алып кил. Кәзә бәрәсен инәһенең һөтөндә бешермә.


Ерең биргән тәүге уңыштың иң яҡшыһын Аллаң Раббы йортона алып кил. Кәзә бәрәсен инәһенең һөтөндә бешермә.


Тәүге уңыштың иң яҡшы емеше һәм башҡа төрлө саҙаҡалар ҙа ҡаһиндарҙыҡы булыр. Тәүге уңышығыҙҙың ононан бешерелгән икмәкте ҡаһинға бирегеҙ, шунда йортоғоҙҙа бәрәкәт артып торор.


Уларҙы Раббыға тәүге уңыш ҡорбаны итеп килтерә алаһығыҙ, әммә хуш еҫ сығарыр өсөн усаҡҡа һалмағыҙ.


Әгәр ҙә Раббыға тәүге уңыштан икмәк саҙаҡаһы килтерәһең икән, ул беренсе башаҡтарҙан булһын. Уларҙы утта ҡыҙҙырып, төйөп алып кил.


Йәшәгән һәр ерегеҙҙән Раббыға һелкетмә ҡорбан итеп ике икмәк алып килегеҙ: улар бер эфа иң яҡшы бойҙай ононоң ундан ике өлөшөнән, әсетеп бешерелһен. Был – Раббыға тәүге уңыш ҡорбаны.


Ҡаһин ике бәрәсте тәүге уңыш икмәге менән бергә Раббы хозурында күтәреп күрһәтһен. Раббы өсөн изге булған был ҡорбандар – ҡаһиндыҡы.


Кешеләр ҡорбан итеп үгеҙ йәки һарыҡ килтергән һайын ҡалаҡ һөйәге, яңаҡ һөйәге һәм ҡарын – ҡаһиндарҙың өлөшө.


Ашлығығыҙҙың, яңы шарабығыҙҙың һәм яңы зәйтүн майығыҙҙың тәүге өлөшөн һәм һарығыңдың тәү ҡырҡҡан йөнөн ҡаһинға бир.


Аллағыҙ Раббы биргән ерҙә үҫкән бөтә емештәрҙең дә тәүге уңышын йыйып, кәрзингә һалырһың да Аллаң Раббы Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн һайлап алған урынмм ға барырһың.


Һыйыр майы, кәзә һөтө менән, Бәрәстәрҙең, тәкәләрҙең, Башан малдарының эс майы, Туҡ башаҡлы бойҙай менән туйындырҙы, Йөҙөм ҡаны – шарап эсерҙе.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ