11 Муса шулай итте, Раббы нимә бойорһа, шуны эшләне.
Унан һуң халыҡтың гонаһ ҡорбаны булараҡ кәзә тәкәһен салһын. Уның ҡанын пәрҙә эсенә алып инһен. Тәкәнең ҡанын да, башмаҡтыҡы кеүек үк, ҡапҡастың өҫтөнә һәм алғы яғына һирпһен.
Шул рәүешле Иң Мөҡәддәс урынды Исраил халҡының нәжестәренән, енәйәттәренән – барлыҡ гонаһтарынан паклар. Улар араһында, уларҙың нәжеслеге араһында торған Осрашыу сатыры менән дә шулай эшләһен.
Иттән әле сәйнәп йотоп та өлгөрмәгәндәр ине, ә Раббының асыуы ялҡынланып, Ул халыҡҡа ҡаты үләт ебәрҙе.
Раббы Мусаға былай тине: – Һарундың таяғын, фетнәселдәргә билдә итеп, улар Миңә һуҡранып үлемгә дусар булмаһын өсөн, Килешеү һандығы алдына ҡабат һаҡлауға һал.
Исраилдар Мусаға былай тине: – Бына, беҙ үләбеҙ, һәләк булабыҙ, барыбыҙ ҙа харап була!