Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Иҫәп алыу 15:4 - Башкирский ВЗ (неполный)

4 Раббыға килтерелгән был ҡорбан мотлаҡ икмәк саҙаҡаһы менән бергә килтерелһен. Был саҙаҡа бер эфа иң яҡшы бойҙай ононоң ундан бер өлөшөнә һалып болғатылған бер һин зәйтүн майының дүрттән бер өлөшөнән ғибәрәт.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

4 Раббы өсөн был ҡорбан мотлаҡ икмәк саҙаҡаһы менән бергә килтерелһен. Был саҙаҡа бер эфа иң яҡшы бойҙай ононоң ундан бер өлөшөнә һалып болғатылған бер һин зәйтүн майының дүрттән бер өлөшөнән ғибәрәт.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Иҫәп алыу 15:4
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Беренсе һарыҡ менән бергә, һиндың дүрттән бер өлөшө күләмендә ҡул менән һығылған зәйтүн майына бутап, эфаның ундан бер өлөшө күләмендә иң яҡшы бойҙай онон һәм һиндың дүрттән бер өлөшө күләмендә түкмә ҡорбан тәҡдим ит.


Шунан һуң исраилдар Раббының ҡорамына икмәк саҙаҡаларын пак һауыттарҙа нисек алып килһә, улар ҙа бөтә ҡәүемдәрҙән ҡәрҙәштәрегеҙҙе аттарҙа, арбаларҙа, ылауҙарҙа, ҡасырҙарҙа, етеҙ дөйәләрҙә изге тауыма, Йәрүсәлимгә Раббыға бүләк итеп килтерәсәк.


Уның менән бергә һәр көн иртән икмәк саҙаҡаһы булараҡ эфаның алтынан бер өлөшөн тәшкил иткән он һәм онға бутау өсөн һиндың өстән бер өлөшөн тәшкил иткән зәйтүн майы килтер. Раббыға икмәк саҙаҡаһы килтереү тураһында мәңгелек ҡағиҙә бына шундай.


Ҡорбан килтереүсе малдың эсәк-ҡарынын һәм тояҡтарын һыу менән йыуғандан һуң, ҡаһин уларҙы ҡорбан усағында яндырһын. Был – тотош яндырыу ҡорбаны, ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ.


Һигеҙенсе көндө ул кеше кәмселеге булмаған ике тәкә һарыҡ бәрәсе һәм бер бәрәс һарыҡ, икмәк саҙаҡаһына зәйтүн майына буталған бер эфаның ундан өлөшө тиклем зәйтүн майы килтерһен.


Берәйһе Раббыға икмәк саҙаҡаһы килтерһә, ҡорбаны иң яҡшы ондан булһын. Уға зәйтүн майы ҡойһон, хуш еҫле сайыр – ладан һалһын һәм


Өҫтөнә зәйтүн майы ҡой, хуш еҫле ладан һал. Был – икмәк саҙаҡаһы.


бәрәс менән бергә икмәк саҙаҡаһы итеп эфаның ундан ике өлөшө күләмендә зәйтүн майына буталған иң яҡшы он килтерегеҙ. Был – ут ҡорбаны, Раббыға күркәм хуш еҫ. Шулай уҡ, түкмә ҡорбан булараҡ, бер һиндың дүрттән бер өлөшө күләмендә шарап алып килегеҙ.


Әгәр һарыҡ ҡорбан итһә, уны Раббы хозурына алып килһен.


Икмәк саҙаҡаһының йолаһы былай: Һарун улдары саҙаҡаны Раббы хозурына, ҡорбан усағы алдына килтерһен.


Гәрсә көнсығыштан алып көнбайышҡа тиклем Минең исемем халыҡтарҙа данлы булыр. Һәр ерҙә Миңә арнап хуш еҫ төтәтерҙәр, хәләл саҙаҡалар бирерҙәр. Сөнки исемем халыҡтар араһында данлы булыр, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Һәр үгеҙ башмаҡ менән бергә зәйтүн майына бутап, эфаның ундан өс өлөшө күләмендә иң яҡшы бойҙай оно, һәр һарыҡ тәкәһе менән бергә зәйтүн майына бутап, эфаның ундан ике өлөшө күләмендә иң яҡшы бойҙай оно,


Бәрәстәрҙең береһе иртәнсәк, икенсеһе кис ҡорбан ителһен.


Быларҙы айлыҡ һәм көндәлек тотош яндырыу ҡорбандары менән бергә килтерелергә тейешле булған икмәк саҙаҡалары һәм түкмә ҡорбандарға өҫтәлмә булараҡ алып килегеҙ. Был – Раббыға күркәм хуш еҫ.


Уның саҙаҡалары ошолар ине: йөҙ утыҙ шекел ауырлығындағы бер көмөш тәрилкә, изге шекелгә күрә етмеш шекел ауырлығындағы бер көмөш сеүәтә – был һауыттарҙың икеһенә лә икмәк саҙаҡаһы өсөн зәйтүн майы ҡушылған иң яҡшы бойҙай оно тултырылғайны;


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ