1 Бөтөн йәмғиәт тауыш ҡуптарҙы һәм халыҡ төнө буйы илап сыҡты.
Ул бойороуы була – дауыл ҡуба; Бейек-бейек тулҡындар ҡалҡына.
Фирғәүен Исраил халҡын ебәргәс, Алла, ҡыҫҡа булыуға ҡарамаҫтан, уларҙы пелештиҙәр ере аша үткән юлдан алып китмәне. Сөнки Ул: «Һуғышырға кәрәклеген күрһә, халыҡ, кире уйлап, Мысырға боролор», – тине.
Кешеләр, был янау һүҙҙәрен ишеткәс, ҡайғыға батты. Бер кем дә биҙәнеү әйберҙәре таҡманы.
Дан ырыуынан Гемалли улы Ғаммиил,
Улар үҙҙәре ҡарап ҡайтҡан ер тураһында Исраил халҡы араһында насар хәбәр тарата башланы: – Беҙ ҡарап үткән ерҙәр үҙендә йәшәүселәрҙе йота икән. Унда беҙ осратҡан кешеләр әзмәүер кеүек.
Исраилдар Муса менән Һарунға зарланды; бөтә йәмғиәт уларға: – Мысыр ерендә һәләк булһаҡ йә ошо сүллектә генә үлеп ҡалһаҡсы!
Әммә һеҙ ул ергә барырға теләмәнегеҙ һәм Аллағыҙ Раббының бойороғона ҡаршы төштөгөҙ.
Һеҙ ҡайтып Раббы алдында иланығыҙ. Тик Раббы һыҡтауығыҙҙы ишетмәне, һеҙгә ҡолаҡ һалманы.
Ул һеҙгә Ҡадеш-Барнеағта: «Барығыҙ, Мин һеҙгә биргән ерҙе барып алығыҙ», – тип ҡушҡанда ла Аллағыҙ Раббының бойороғона ҡаршы төштөгөҙ. Уға ышанманығыҙ, әйткәндәренә ҡолаҡ һалманығыҙ.