1 Ошонан һуң халыҡ, Хасироҫтан китеп, Паран сүлендә туҡтаны.
Юғарыларҙан Юғарының ышығына һыйынған, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең күләгәһендә йәшәгән кеше
Дан ырыуынан Гемалли улы Ғаммиил,
– Бына ерҙе һеҙгә бүлеп бирәсәк кешеләрҙең исемдәре: Әлғазар ҡаһин һәм Нун улы Йушағ.
Ер бүлергә һәр ырыуҙан берәр башлыҡты алығыҙ.
Шул саҡ һәммәгеҙ, яныма килеп: «Алдан кешеләр ебәрәйек, улар илде ҡарап-тикшереп сыҡһын, бараһы юлдар, инәһе ҡалалар тураһында беҙгә мәғлүмәт алып килһен», – тинегеҙ.
Был фекер күңелемә хуш ҡилде. Арағыҙҙан ун ике кеше һайлап алдым – һәр ырыуҙан берәр кеше.
Ул һеҙгә Ҡадеш-Барнеағта: «Барығыҙ, Мин һеҙгә биргән ерҙе барып алығыҙ», – тип ҡушҡанда ла Аллағыҙ Раббының бойороғона ҡаршы төштөгөҙ. Уға ышанманығыҙ, әйткәндәренә ҡолаҡ һалманығыҙ.