Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Иҫәп алыу 12:2 - Башкирский ВЗ (неполный)

2 «Раббы бер Муса аша ғына һөйләшәме ни? Беҙҙең аша ла һөйләшмәнеме ни Раббы?» – тине улар. Раббы быны ишетте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 «Раббы бер Муса аша ғына һөйләшәме ни? Беҙҙең аша ла һөйләшмәнеме ни Раббы?» – тине улар. Раббы быны ишетте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Иҫәп алыу 12:2
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Лиә тағы ауырға ҡалып, йәнә ир бала тапты. – Раббы минең һөйөлмәй йәшәүемде ишетте, – тине Лиә, – миңә тағы бер ул бирҙе. Малайға Шимғон тип исем ҡушты.


Раббының Мусаға асыуы ялҡынланып китте: – Әллә һинең Леви нәҫеленән булған Һарун һинең ағайың түгелме ни? Уның телгә шәплеген беләм. Ул инде һине ҡаршыларға сыҡты, һине күреп, ысын күңелдән шатланыр, – тине Ул. –


Һарун уларға Раббының Мусаға әйткән бөтә һүҙҙәрен түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙе. Муса иһә бөтә халыҡтың күҙ алдында хикмәттәр ҡылды.


Бынан һуң Муса менән Һарун, фирғәүенгә барып, былай тине: – Исраил Аллаһы Раббы һиңә: «Халҡымды ебәр – сүлдә Минең өсөн байрам яһаһын!» – тип әйтә.


Муса менән Һарун, фирғәүенгә килеп, Раббы ҡушҡанса эшләне. Һарун фирғәүендең һәм уның хеҙмәтселәренең алдында таяғын ергә ташлап ебәргәйне – таяҡ йыланға әйләнде.


Тәкәбберлектән тик ыҙғыш сыға, кәңәшле эш иткәндәр аҡыл йыя.


Тере Алланы мыҫҡыллар өсөн хужаһы Ашшур батшаһы тарафынан ебәрелгән баш вәзирҙең һүҙҙәрен, бәлки, Аллаң Раббы ишетер ҙә уны язалар. Шуға күрә иҫән ҡалғандар өсөн доға ҡылһаңсы», – тинеләр.


Һине Мысырҙан сығарҙым, Ҡоллоҡ йортонан йолоп алдым, Муса менән Һарунды, Мирйәмде Һинең алдыңдан ебәрҙем.


Халыҡ тормош ауырлығына зарлана башланы. Быны ишетеп, Раббының асыуы тоҡанды. Раббы ярһыуынан улар араһындаут ҡабынып, туплам сите яна башланы.


– Һин мине шулай яҡлашмаҡсы булаһыңмы әллә? – тип һораны унан Муса. – Раббының бөтә халҡы пәйғәмбәр булһын да Раббы уларға Үҙенең Рухын иңдерһен ине лә бит!


Муса иһә ифрат тыйнаҡ, ер йөҙөндәге барлыҡ кешеләр араһында иң тыйнағы ине.


Бергәләшеп Муса менән Һарунға ҡаршы сыҡтылар ҙа: – Һеҙ хаттин ашып киттегеҙ! Йәмғиәттең һәр бер кешеһе изге, арабыҙҙа – Раббы! Ниңә һеҙ үҙегеҙҙе Раббы халҡынан өҫтөн ҡуяһығыҙ? – тинеләр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ