30 Шунан Муса Исраил аҡһаҡалдары менән тупламға әйләнеп ҡайтты.
– Һин мине шулай яҡлашмаҡсы булаһыңмы әллә? – тип һораны унан Муса. – Раббының бөтә халҡы пәйғәмбәр булһын да Раббы уларға Үҙенең Рухын иңдерһен ине лә бит!
Раббы ел күтәрҙе, һәм ул ел диңгеҙ яғынан бүҙәнәләр осортоп алып килде. Бүҙәнәләр туплам тирәләй бер яҡта – бер көнлөк юлға, икенсе яҡта тағы бер көнлөк юлға етерлек булып, ике терһәк самаһы ҡалынлыҡта өйөлөп ятты.
Муса Даҫан менән Авирам эргәһенә йүнәлде, уның артынан Исраил аҡһаҡалдары эйәрҙе.