7 Йыйын йыйырға кәрәккәндә лә борғо ҡысҡыртығыҙ, әммә ул ауаз хәүефле булмаһын.
Мөгөҙ ҡысҡыртығыҙ Сионда, Изге тауымда хәүеф иғлан итегеҙ. Илдә йәшәгән һәр кем тетрәнһен! Сөнки Раббы көнө килә, ул бик яҡын.
Борғоларҙы Һарун нәҫеленән булған ҡаһиндар ҡысҡыртһын: был һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә булһын.